Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2022, 10:46

Самира - чемпион

Талантлы шахматсы ҡыҙ Самира Ишкинина күптән түгел тағы бер еңеү алып ҡайтты.

Самира - чемпион
Самира - чемпион

Талантлы шахматсы ҡыҙ Самира Ишкинина күптән түгел тағы бер еңеү алып ҡайтты. Ул 12 июндә Стәрлетамаҡта 11 һәм 13 йәшкә тиклемге ҡыҙ-малайҙар араһында үткәрелгән шахмат уйындары буйынса Башҡортостан
Республикаһы Беренселегендә ете еңеү яулап, Башҡортостан чемпионкаһы булды.

- Көнәркәштәр көслө ине, бар күңелемде биреп уйнаным. Чемпионатҡа тиҙ әҙерләнергә тура килде, сөнки 10 июндә генә Ҡазандан ҡайттым. Унда 13 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында 15-се урынды яуланым, - ти Самира.
Был ярыш Волга буйы федераль округы беренселегенә рәсми һайлап алыу турниры булып тора. Самираның тренеры - Ульяновскиҙан ФИДЕ буйынса мастер Ярослав Павловский, Салауаттағы остаздары - Роберт Фәхретдинов менән атаһы Филюс Ишкинин.

Фото Ишкининдарҙың шәхси архивынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: