газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2022, 09:17

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (20 - 26 июнь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (20 - 26 июнь)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аныҡ маҡсаттар ҡуйып, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы мәл. Тирә-йүндәгеләргә ҡарата һәйбәт мөнәсәбәттә булығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр юҡ. Ял көндәрендә шау-шыулы кисәләрҙән
баш тартығыҙ. Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна уртаһында күптән көткән тәҡдим алырһығыҙ. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә эске һиҙемләүегеҙгә таянығыҙ. Финанс хәлегеҙ тотороҡло. Яңы мөнәсәбәттәр ҡороу өсөн уңайлы ваҡыт. Имиджығыҙҙы әлегә
үҙгәртеү кәрәкмәй.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Яҙмышығыҙҙы ҡырҡа үҙгәртерҙәй ваҡиғалар көтөлә, алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Таныш булмаған кешеләрҙең шикле тәҡдимдәрен кире ҡағығыҙ. Һаулығығыҙ ҡаҡшап алыр. Аҙна уртаһында стресс кисерерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күп аралашырһығыҙ, яңы танышлыҡтар булдырырһығыҙ. Эш урынын алыштырыу өсөн уңайлы ваҡыт. Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Сәләмәтлек торошон контролдә тотоғоҙ, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был аҙнала һеҙҙе күп эштәрҙә еңеү көтә. Яҡындарығыҙҙы яңылыш ҡына ла рәнйетә күрмәгеҙ. Йәкшәмбе уйламаған ерҙән аҡса керер. Юлда иғтибарлы булыу кәңәш ителә. Икенсе яртығыҙҙың етешһеҙлектәренә иғтибар итмәгеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көсөгөҙ, эшкә һәләтлелегегеҙ артыуын тойорһоғоҙ. Ҡайһы бер ваҡиғалар кемдең кем булыуын асыҡларға ярҙам итер. Шәмбе йорт мәшәҡәттәре күп булыр. Һөйгәнегеҙ менән аралар ышаныслы. Мебель, техника һатып алыуығыҙ ихтимал.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәшәҡәтле аҙна көтә. Бер эште бөтмәйенсә, икенсеһенә тотонорһоғоҙ. Бөтә етди килешеүҙәрҙе дүшәмбегә тәғәйенләгеҙ. Алыҫ сәйәхәткә юлланыуығыҙ бар. Ял итергә лә онотмағыҙ - дуҫтарығыҙ менән тәбиғәт ҡосағына юлланығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Ниндәйҙер мөһим хәбәр ишетерһегеҙ. Ауырлыҡтар килеп тыуһа, туғандарығыҙ мотлаҡ ярҙам итер. Хеҙмәттәштерегеҙ менән яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ. Аҙна аҙағында романтик осрашыу көтә. Туҡланыуҙы контролдә тотоғоҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Мөхәббәт өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр булыр. Үткәндәрҙе онотоп, тормошоғоҙҙа яңы бит асырға ваҡыт. Ғаиләлеләр ялдарҙы бергә үткәрһен. Электр ҡорамалдарының торошона ныҡлы иғтибар бирегеҙ. Бурысығыҙҙы мотлаҡ ҡайтарығыҙ.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Маҡсатығыҙға табан ҡыйыу барырһығыҙ. Финанс хәлегеҙ зарланырлыҡ түгел. Шәхси тормошоғоҙҙа бер ни тиклем ҡатмарлыҡтар тыуыр. Һауа торошоноң үҙгәреүе сәбәпле, башығыҙ ауыртыр, быуындарығыҙ һыҙлар.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Уйламай әйтелгән һүҙегеҙ тормошоғоҙҙо ҡырҡа үҙгәртер. Яңы эш йәки өҫтәмә килем сығанағы табырға тура килер. Икенсе яртыһын эҙләүселәргә бәхет йылмайыр. Сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу менән шөғөлләнегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башында эшегеҙҙә юғары өҙөмтәләргә ирешерһегеҙ. Шишәмбе коллегаларығыҙ, йә туғандарығыҙ менән конфликтҡа инеүегеҙ бар. Ял көндәрендә дуҫтарығыҙ үҙегеҙгә сюрприз эшләр. Иммунитетығыҙҙы күтәреү тураһында уйланығыҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: