газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2022, 09:04

Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида

Яңы ғына Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 89-сы ижад миҙгелен тамамлағайны. Алда уларҙы отпуск, ял көтә кеүек ине. Тик беҙҙең театр актерҙары ял итә белмәй. Улар күптән түгел Андрей Ивашкин пьесаһы буйынса “Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида” (12+) тип исемләнгән трагикомедияға тотондо. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйыла.

Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида
Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида

Яңы ғына Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 89-сы ижад миҙгелен тамамлағайны. Алда уларҙы отпуск, ял көтә кеүек ине. Тик беҙҙең театр актерҙары ял итә белмәй. Улар күптән түгел Андрей Ивашкин пьесаһы буйынса “Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида” (12+) тип исемләнгән трагикомедияға тотондо. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйыла.

Ҡуйыусы-рәссамы - театр һәм кино рәссамы Руслан Мәғәлимов, композиторы - Мәскәү ҡалаһынан Дарья Гарбузняк, хореографы Санкт-Петербургтан Алена Олефиренко. Тәржемәһе Нәжибә Искәндәрованыҡы. Режиссеры - ирекле рәссам, театр һәм кино режиссеры, Мәскәү өлкәһенең Долгопрудный ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “СинемаДжой” шәхси киномәктәбе художество етәксеһе Нәркәс Искәндәрова.
Уның Сибай, Өфө театрҙарында ҡуйылған спектаклдәре байтаҡ. Ә Салауат театрында ул беренсегә. Шуға спектакль, театрҙағы эш тураһында уның менән әңгәмә ҡорорға ҡарар иттек.
- Нәркәс Вәғиз ҡыҙы, Салауат театрында премьера ҡуйыуығыҙ нисегерәк килеп сыҡты? Ни өсөн тап ошо пьеса?

- Театр директоры Айбулат Миңлеғәле улы шылтыратып, үҙҙәрендә спектакль ҡуйыуҙы һораны. Уның тәҡдимен ҡыуанып ҡабул иттем. Сөнки миңә тыуған Башҡортостанымда эшләү оҡшай. Ватандаш актерҙарҙы
йәлеп итеп, ҙур кинопроект төшөрөргә ниәт итәм. Андрей Ивашкин - билдәле киносценарист, әммә пьеса яҙғаны юҡ. “Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида” исемле пьесаны ул фәҡәт Салауат театры заказы буйынса яҙҙы. Был уның дебюты.
- Һеҙ нисә спектакль ҡуйҙығыҙ?

- 16 театр әҫәрен сәхнәгә сығарҙым. Салауат театрында беренсегәмен. Һуңғыһы булмаҫына ышанам.

- Спектаклдең серен бер аҙ сисеп үтһәгеҙсе.

- Лида исемле ҡыҙыҡай 13 йәшендә урта мәктәпте тамамлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, класташтары менән мөнәсәбәттәре бик яҡшынан булмай, ҡыҙҙы гел кәмһетәләр, йәберләйҙәр, түбәнһетәләр. Тәүге биш йылды улар менән бергә уҡып, һуңынан өйҙә уҡыуға күсә. 17 йәшендә Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, психолог һөнәрен үҙләштерә. Тик 18 йәшлек белгескә эш табыу еңелдән бирелмәй. Шуға әсәһен һәм өләсәһен ҡарау
өсөн, ул аҙыҡ-түлек ташыу буйынса курьер булып эшкә урынлаша. Бер килеүендә класташтары сығарылыш кисәһен байрам иткән фатирға эләгә. Ҡыҙ тиҫтерҙәрен атаһының үлемендә ғәйепләй, ә тегеләре аҡлана, үҙҙәрен яҡларға тырыша. Фатирҙан тиҙерәк сығып ҡасырға уйлаған ҡыҙҙың эше барып сыҡмай. Ул бөтә ошо ваҡыт эсендә ҡурҡып йәшәгән класташтары менән яңғыҙы ҡала. Психолог булараҡ, уларға баҫым яһай  башлай. Шул арҡала саҡ фажиғә сыҡмай. Аҙағы ни менән тамамланырын, ниндәй фажиғә тураһында һүҙ барыуын сер итеп ҡалдырам. Быны тамашасы премьераны килеп күргәс белер.
- Спектакль ниндәй йәштәге тамашасыға иҫәләнгән? Әйтергә теләгән фекерегеҙ?
- 12-21 йәшлектәр өсөн иҫәпләнгән. Бында үҫмерҙәр проблемаһы күтәрелә. Спектакль аша тамашасыларға буллингтың насар нәмә булыуын, уның ҡот осҡос фажиғәгә,насар эҙемтәләргә килтереү  ихтималлығын әйтергә теләйбеҙ. Ул һәр ваҡыт бер-береңдең, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә.
- Эшкә тотоноуығыҙға күпме ваҡыт үтте? Премьераны тамашасы ҡасан күрә ала?

- 30 майҙа эш башланыҡ. 30 июндә спектаклде тапшырабыҙ. Ә тамашасы уны юбилейлы ижад миҙгелен асҡанда күрә ала. Әле көсөргәнешле режимда репетициялар бара.
- Пьесаның авторы килеүе көтөләме?
- Эйе, 20 июндә барыбыҙ ҙа булабыҙ. Айырыуса, авторға тәүге эшенең нисек килеп сығыуын белеүе ҡыҙыҡ. Ә көҙөн нисек булыр, ваҡыт үҙе күрһәтер.
- Салауат актерҙары менән эшләү еңелме?
- Бөтә актерҙар ҙа һәләтле, әҙерлек кимәле бик юғары. Мин талап иткән нәмәләрҙең барыһын да теүәл үтәйҙәр. Улар менән рәхәтләнеп, бер ҡатмарлыҡһыҙ эшләйем.
- Спектаклдә нисә актер ҡатнаша? Төп ролде кемгә ышанып тапшырҙығыҙ?
- Йәмғеһе ете актер уйнай. Йәнгүзәл Халиковаға төп ролде бирҙем. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул бик талантлы, ҡыйыу, тырыш актриса, потенциалы ҙур. Киләсәктә унан бик яҡшы актриса сығыр тип уйлайым.
- Йәштәр бик үҙенсәлекле, һиҙгер тамашасы. Уларҙың күңелен яулау өсөн айырыуса нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

- Улар ҡайҙа яһалмалыҡ, ҡайҙа ихласлыҡ булыуын тиҙтоя. Шуға бында эскерһеҙлек талап ителә, бөтә күңелде биреп уйнарға кәрәк. Улар менән бергә ата-әсәләре лә килһә яҡшы булыр ине.
- Белеүебеҙсә, һеҙ сығышығыҙ менән Башҡортостандан. Тыуған яғығыҙҙы һағынаһығыҙмы, йыш ҡайтаһығыҙмы?
- Эйе, мин Учалы районы Ҡорама ауылында тыуғанмын. Биш йәштән мәктәпте тамамлағансы Сибай ҡалаһында йәшәнем.  Башҡорт телендә уҡыным, телде беләм, һөйәм. ТәүҙәӨфө сәнғәт институтына, бер йылдан Мәскәү ҡалаһына уҡырға индем һәм унда Рәсәй сәнғәт театры институтын тамамланым. Башҡортостанды ла, Мәскәүҙе лә берҙәй яҡын күрәм. Әсәйем янына Өфөгә йыл һайын ҡайтам.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Фото Нәркәс Искәндәрованың
шәхси архивынан алынды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: