газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2022, 13:42

Ситтә эшләү бәхетме, әллә өйҙәме?

Әлбиттә, өйҙә. Быны ҡаланың картиналар галереяһында уҙған “Өйҙә эшләү бәхет” күргәҙмәһе (6+) лә раҫланы. Ул Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә  үткәрелде. Эштәрҙе Башҡортостан рәссамдары башҡарған.

Ситтә эшләү бәхетме, әллә өйҙәме?
Ситтә эшләү бәхетме, әллә өйҙәме?

Әлбиттә, өйҙә. Быны ҡаланың картиналар галереяһында уҙған “Өйҙә эшләү бәхет” күргәҙмәһе (6+) лә раҫланы. Ул Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә  үткәрелде. Эштәрҙе Башҡортостан рәссамдары башҡарған.

Картиналар галереяһына инеү менән үҙеңде ҡала предприятиеларында йөрөгән кеүек хис итәһең. Ғәҙәти пейзаждар, натюрморттар урынын ысын эш кешеләре: “Cалауатбыяла”, “Газпром нефтехим Салауат”, “Сәнәғәт
тимер юл транспорты предприятиеһы”, “Трамвай идаралығы” йәмғиәттәренең машинистары, иретеп йәбештереүселәре, водителдәре һәм башҡа белгестәре биләгән.

- Был күргәҙмә Салауаттың үҫешеүсе ҡала икәнен күрһәтергә, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәрергә, предприятиеларҙың потенциалын асырға ярҙам итә. Проект картиналар галереяһы, рәссамдар, Салауат  предприятиелары һәм ҡала хакимиәте менән берлектә бойомға ашырылды, - тине картиналар галереяһының сәнғәт бүлеге мөдире Татьяна Пирковская.

Күргәҙмәлә Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Өфө ҡалаларынан 16 рәссамдың 50-нән ашыу эше урын алған. Ҡаланың сәнәғәт майҙансыҡтарында башҡарылған эштәр араһында сюжет композициялары, портреттар ҙа бар. - Ижад кешеләренең һүрәттәрендә Салауат ҡалаһының индустриаль, сәнәғәт ҡалаһы икәнен күрһәтә алыуҙары бик яҡшы күренеш. Күргәҙмә эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Рәссамдарға был хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм, - тине үҙ сығышында ҡала башлығы Игорь Миронов.
Пленэр майҙансыҡ ҡаланың тәүге, Рәсәйҙең быяла етештереүсе иң эре предпрятиеларының береһе булған “Салауатбыяла” йәмғиәтенең цехтарында уҙған. Рәссамдарҙың картиналарының төп геройҙары - предприятиеның тырыш эшселәре.

Икенсе майҙансыҡ - 65 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе “Трамвай идаралығы” предприятиеһы. Трамвай предприятиеһы эшселәре иртә таңдан ҡара төнгә тиклем пассажирҙар ташый, көн һайын уның хеҙмәттәренән 6
меңдән ашыу кеше файҙалана, башлыса, завод эшселәре. Предприятие директоры Николай Елисеев күргәҙмәне ойоштороусыларға һәм рәссамдарға ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Өсөнсө майҙансыҡ Рәсәйҙең иң эре нефть химияһы комплексы - “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтендә эшләгән. Предприятиела 9 меңдән ашыу эшсе хеҙмәт итә. Улар араһында буш ваҡыттарын ижадҡа арнаған Владимир Николаев менән Мария Салтыкова ла бар. Улар пленэрҙа һәм үҙ эш урындарында хеҙмәт кешеһенең бөйөклөгөн сағылдырған. 

- Күргәҙмәгә дүрт эш тәҡдим иттем. Шуларҙың береһе “Ваҡыт, алға” тигән конкурста ҡатнашты, ә “Нефть продукттарын бушатыу” картинаһын ошо көндәрҙә генә тамамланым. Бында минең менән бер бригадалағы
хеҙмәткәр һүрәтләнгән. Картиналарымда эшсе һөнәрҙәрҙең ни тиклем ауыр булыуын сағылдырырға тырыштым, - ти Владимир Николаев.
- Был күргәҙмә бик үҙенсәлекле. Беҙҙең предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында ошондай ижади кешеләр булыуы бик ҡыуаныслы. Уларға артабан да уңыштар теләйем, - тине нефть эшкәртеү заводының ҡоролма
начальнигы Дамир Нагаев.
Дүртенсе майҙансыҡ - “Сәнәғәт тимер юлы предприятиеһы” йәмғиәтендә булған. Ундағы кешеләр нимә менән мәшғүл булыуҙарын предприятие хеҙмәткәрҙәренән дә яҡшыраҡ белеүсе бармы икән? Шундайҙарҙың береһе – талантлы рәссам Радик Ишмөхәмәтов.

- Атайым ошо предприятиеға 40 йыл ғүмерен бағышланы. Хәҙер мин бында хеҙмәт итәм һәм эштең нескәлектәре менән яҡындан танышмын. Эш менән ижадты бергә алып барам. Һүрәттәремдә тимер юлсылар
хеҙмәтенең ауыр булыуын, ҙур көс һәм түҙемлек талап итеүен күрһәтергә теләнем. Барлығы 10 эш алып килдем, уның береһе Башҡортостан нефтенең 100 йыллығына арналған, икенсеһе быяла заводында төшөрөлдө. Ҡалған 8-е тимер юлсыларға арнала, - тип һөйләне ул.
Рәссам Ринат Хәлиуллин билдәләүенсә, эшсе һөнәрҙәрҙең баһаһын күтәреү мотлаҡ.

- Һуңғы тиҫтә йылда эшсе һөнәрҙәр онотола төштө. Ә бит беҙҙе сәйәсмәндәр һәм блогерҙар түгел, ә тап ошо эшсе ҡулдар ашата, кейендерә. Быяла заводына тәүге тапҡыр барғандағы хис-тойғоларҙы аңлатырлыҡ
түгел. Эшселәргә ҡарап, бына кемдәр картиналарҙа урын алырға тейеш, тигән фекер килде башҡа. Был йүнәлештәге эш артабан да дауам итһә ине, - тип билдәләне рәссам.
Күргәҙмә ысынлап та үҙенсәлекле. Яңы офоҡтар асайым тиһәгеҙ, уны мотлаҡ барып күрергә кәрәк. Ул августа тиклем дауам итә. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: