Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь , 15:00

Байрамға бай программа (0+)

12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Беҙҙең ҡалала ул нисек үтәсәк?

Байрамға бай программа (0+)
Байрамға бай программа (0+)

12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә. Беҙҙең ҡалала ул нисек үтәсәк?
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә Батыр аллеяһындағы Салауат Юлаевтың бюсына һәм Ленин урамындағы иҫтәлекле ташҡа сәскәләр һалыуҙан башлана.

Сәғәт 12-лә ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында салауаттарҙы ҙур  байрам программаһы көтә. Унда һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл таба ала.

Паркка ингән урында Картиналар галереяһының иң яҡшы экспонаттарынан һәм балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының эштәренән торған сағыу күргәҙмә ҡаршы алыр.

Ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының оҫталыҡ дәрестәрендә, конкурс һәм викториналарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бейеү программалары, халыҡ уйындары, буккросинг, асыҡ микрофон барыһының да күңеленә хуш килер.

Беренсе тапҡыр ҡала байрамы ваҡытында психологик ярҙам күрһәтеү майҙансығы эшләйәсәк.

Ҡала башҡорттары ҡоролтайы ойошторған күргәҙмәнән сарала ҡатнашыусылар башҡорттарҙың мәҙәниәтен, көнкүреше менән танышыр.

Кемдәр ҡыйыу һәм батыр, шулар көрәш, армрестлинг, кросс-дуатлон, мини-футбол уҙған майҙансыҡтарға йыйылыр. Теләктәре булғандар ГТО нормативтарын тапшыра ала.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы артефакттар күргәҙмәһе береһен дә битараф ҡалдырмаҫ. Уның менән “Толпар” хәрби-патриотик клубының Рәсәйҙең эҙләнеү хәрәкәте ҡатнашыусылары таныштырыр.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в