Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь , 13:08

Ғәйнуллиндар һәр саҡ алда

Өлгөлө ғаилә - ил терәге, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Тап улар илдең киләсәге һәм бөгөнгөһө лә. Ошондай ғаиләләрҙе асыҡларға уҙғарылған бәйгеләр ярҙам итә. Яңыраҡ Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе - 2022» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ғәйнуллиндар һәр саҡ алда
Ғәйнуллиндар һәр саҡ алда

Өлгөлө ғаилә - ил терәге, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Тап улар илдең киләсәге һәм бөгөнгөһө лә. Ошондай ғаиләләрҙе асыҡларға уҙғарылған бәйгеләр ярҙам итә. Яңыраҡ Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе - 2022» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Еңеүсе ғаиләләр тауыш биреү юлы менән «Күп балалы ғаилә», «Йәш ғаилә», «Ауыл ғаиләһе», «Алтын ғаилә», «Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» номинацияларында билдәләнде. «Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» номинацияһында беҙҙең ҡаланан Ғәйнуллиндарға етеүсе булманы. Был уларҙың беренсе генә еңеүе түгел. Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндарҙың ғаиләһендә өс бала: бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Ата-әсәһенең
балаларында мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләүе асыҡ сағыла.

- Бындай конкурстар бик кәрәк. Ғаиләң менән бергә еңеп сыҡҡан һынауҙар ҙур тәьҫораттар ҡалдыра, ышаныс һәм көс өҫтәй. Башҡортостанда матур, өлгөлө ғаиләләр бихисап. Бер нимәнән дә тартынмай  ҡатнашһындар ине. Сөнки беҙҙең күрһәтер ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ күп, - ти еңеүсе ғаилә.

- Әйтәләр бит, доньяны яҡшы яҡҡа үҙгәрткең килһә, үҙеңдән башла тип. Бының менән тулыһынса килешәм. Тирә-яҡҡа позитив ҡараһаң, тормош та һиңә һәр саҡ йылмайып торасаҡ һәм был ҡарашты балаларың да күреп үҫә, - тип үҙ фекерен белдерә ғаилә башлығы Рафаэль.

Үҙ номинацияһында еңгән ғаиләләр «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында көсөн һынаясаҡ. Бәйгегә йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү көҙөн Мәскәү ҡалаһында үтә.
- Бик тулҡынланабыҙ, сөнки алда Рәсәй кимәлендә сығыш яһарға кәрәк. Был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Республикала үткән конкурсҡа ролик әҙерләгәйнек. Унда үҙебеҙҙең шәжәрәне, милли аш-һыуыбыҙҙы, республикабыҙҙың иҫ киткес бай тәбиғәтен сағылдырҙыҡ. Тормош иптәшем улыбыҙ Тимерханды уҡтан атырға өйрәтте, мин иһә ҡыҙҙарымды түшелдерек эшләү серҙәренә төшөндөрҙөм. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙға булған данды онотмаясағыбыҙҙы ла күрһәттек, - ти Рәмзиә.

Был ғаиләлә тағы бер матур йола бар - улар биҙәүестәрҙе быуындан-быуынға тапшыра икән.

 - Әсәйем буләк иткән беләҙектәрҙе ҡыҙҙарыма тапшырҙым, ә улар әсәйемә өләсәйемдән ҡалған. Өләсәй кейәүгә сыҡҡанда уға ҡарт өләсәйем биргән. Ғаиләбеҙҙә шулай уҡ өләсәйемдең түшелдереге һаҡлана, уны
тамырҙарыма булған ҙур һөйөү, һаҡсыллыҡ менән тағып йөрөйөм, - тине айырыуса бер ғорурлыҡ менән Рәмзиә.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в