Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь , 10:51

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (6 - 12 июнь)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (6 - 12 июнь)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тирә-йүндәгеләр менән мөнәсәбәттәр көсөргәнешле булыр. Шәхси транспортығыҙ ватылып аптыратыр. Икенсе яртығыҙ менән арағыҙ ышаныслы, ныҡ. Ял көндәрендә саунаға барығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Дүшәмбе ағымдағы эштәр менән мәшғүл булығыҙ. Яратҡан кешегеҙ менән икегеҙ араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуыр. Шишәмбенән финанс ауырлыҡтары көтә. Ҡиммәтле бүләктәр һатып алмағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Төрлө ҡыҙыҡлы идеялар менән янырһығыҙ. Юлығыҙҙа ҡаршылыҡтар осрауы ихтимал. Яҡындарығыҙҙың башланғыстарығыҙҙы хупламауы бар. Шәмбе эре әйбер һатып алыу өсөн уңайлы мәл.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Өлкән туғандарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Сәйәхәткә юлланыу, яңы танышлыҡтар өсөн отошло осор түгел. Белмәгән кеше менән мөнәсәбәттәртөҙөр алдынан уның турала күберәк мәғлүмәт тупларға тырышығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Дуҫтарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Бәхәстә булған кешеләр менән ярашыу өсөн ҡулайлы мәл. Техника һатып алыуҙы башҡа ваҡытҡа ҡалдырып тороғоҙ. Мауыҡтырғыс сараларҙан баш тартығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 3.09)
Дүшәмбе етди мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уңышҡа ирешерһегеҙ. Яҡындарығыҙ матди яҡтан ярҙам итер. Балаларығыҙҙың проблемаларын аңлап ҡабул итегеҙ. Ял көндәрендә иң яҡты хыялдарығыҙҙың береһе тормошҡа  ашыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе иҫәпкә алмағанда, яҡшы аҙна көтә. Эштәрегеҙ алға барыр, коллективта үҙегеҙҙе кәрәкле итеп тойорһоғоҙ. Шәмбе ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Һаулығығыҙға зарланмаҫһығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Етәкселек тырышлығығыҙҙы лайыҡлы баһалар. Шәхси тормошоғоҙҙа яҡшы үҙгәрештәр көтөлә. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән бергә үткәрегеҙ. Тештәрегеҙҙе дауалап алырға кәрәк булыр. Руль артында һаҡ булығыҙ. 

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Бөтә кредит-финанс мәсьәләләрен тап ошо аҙнала хәл итеү хәйерле. Алған бурысығыҙҙы тиҙерәк ҡайтарырға тырышығыҙ. Һалҡын тейҙереп ауырыуығыҙ ихтимал. Алдан иҫкәртеү сараларын күрегеҙ.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был аҙнала күп эшләргә тура килер. Аҙна уртаһында матди хәлегеҙ хөртәйер. Йома көнгә етди бер эш тә планлаштырмағыҙ. Туғандарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән сағыу романтик кисә көтә.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна уртаһында эштә үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Буш вәғәҙәләргә ышанғансы, үҙ көсөгөҙгә генә иҫәп тоторға кәрәк. Йәшәү урынын алыштырыу өсөн уңышлы осор. Икенсе яртығыҙ менән һүҙгә килерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Хеҙмәттәштәрегеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ. Бер ниндәй ҙә етди килешеүҙәр төҙөмәгеҙ. Ғаиләлә мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр. Сәләмәтлек торошон күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.  

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в