Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь , 15:00

Етди иғтибар талап иткән тармаҡ

Ҡаланың “Башҡортостан көньяғы” бизнес-үҙәгендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе һорауҙарына арналған семинар-кәңәшмә уҙҙы. Унда 120 кеше ҡатнашты.

Етди иғтибар талап иткән тармаҡ
Етди иғтибар талап иткән тармаҡ

Ҡаланың “Башҡортостан көньяғы” бизнес-үҙәгендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе һорауҙарына арналған семинар-кәңәшмә уҙҙы. Унда 120 кеше ҡатнашты.

- Ҡала халҡының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙары бихисап. Был тармаҡ, ысынлап та, етди иғтибар талап итә. Шуға бындай осрашыуҙар үткәреү бик мөһим, - тип билдәләне ҡала хакимиәте
башлығы Игорь Миронов.
Ҡалала “АСТ” йәмғиәте, “Салауат һыу каналы” предприятиеһы, “Баш-РТС- Стәрлетамаҡ”, “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәттәре, “Эко-Сити” төбәк операторы кеүек ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар эшләй. Салауатта 1022 күп фатирлы йорт, 973 йорт советы, 29 идарасы компания, ике торлаҡ милекселәре ширҡәте һәм бер торлаҡ кооперативы бар. Ҡалалағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге актуаль проблемалар һәм уларҙы хәл итеү буйынса ҡабул ителгән саралар хаҡында ҡала хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү уйынса урынбаҫары Артур Рәжәпов һөйләне:

- Иң киҫкен проблемаларҙың береһе - күп фатирлы йорттарҙың күбеһенә капиталь ремонтлау талап ителеүе. Әлеге мәлдә йорттарҙың 60 проценттан ашыуырағы туҙған, айырыуса ҡаланың иҫке өлөшөндә. Был,  күбеһенсә, 8-18-шәр фатир урынлашҡан ике ҡатлы йорттарға ҡағыла. Капиталь ремонттың әлеге иғәнәһенә генә яҡын арала был проблеманы хәл итеп булмаясаҡ. Ҡыйыҡты ремонтлау 5-6 млн һумға барып баҫа. Йортта, әйтәйек, һигеҙ фатир икән, был сумманы йыйыу бик ҡатмарлы, - тине ул.
Тағы бер мөһим мәсьәлә - контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырыу һәм контейнерҙарҙы урынлаштырыу. Былйүнәлештә эш әүҙем бара. Әйтәйек, былтыр “Эко-Сити” - 230, быйыл тағы 250 сүп-сар һауыты ҡайтарған. Бынан тыш, ҡала 250-гә яҡын контейнер һатып алған.

- Муса ҡасабаһында һәм 116-сы кварталда проблема бар. Унда ҡапсыҡлап йыйыу бөтөрөлгәйне. Әммә ошо биләмәләрҙә йәшәүселәр яңы индерелгән алымға дәғүә белдерҙе. Был мәсьәләне хәл иттек һәм 30-ға яҡын
евроконтейнерҙар ҡуйҙыҡ. Контракт буйынса 1 июлгә тиклем ҡалала 10-ға яҡын контейнерҙар өсөн өҫтәмә майҙансыҡтар төҙөйәсәкбеҙ, уларҙың 7-һе Муса ҡасабаһына урынлаштырыласаҡ. Тағы бер проблема - ҡала халҡы сүп сығарыу торбаларынан насар еҫ килеүенә зарлана. Дөйөм тауыш биреү юлы менән был һорау өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ һәм уларҙы алып ташлау тураһында ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Артур Рәжәпов.
Күп фатирлы йорттарҙы һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлауға ҡағылышлы мәғлүмәт тә яңғыраны. Бының буйынса программа 2052 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уға республиканың 17023 күп фатирлы йорто инә. программа эшләй башлағандан алып төбәк операторы 7700 тирәһе йортто ремонтлаған. Салауатта был программаға 991 йорт индерелгән. Быйыл 24 йортта 26 төр эштәр башҡарыу планлаштырылған. Торлаҡү-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү сифатына ла иғтибар бүленде. Айырыуса йылытыу миҙгеле бик күп һорауҙар тыуҙыра.

- Быйыл йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Бөтә ҡорамалдарҙы, электр узелдарын хеҙмәтләндереү тейешле кимәлдә булмағанға түләү күп килә. Иҫәп приборҙарын хеҙмәтләндереү хаҡы идарасы ойошмалар араһында күпкә айырыла. Был мәсьәлә менән кисекмәҫтән шөғөлләнергә кәрәк, - тип һөйләне күп фатирлы йорттар милекселәренең ҡала советы рәйесе, ҡала Йәмәғәт палатаһының торлаҡ-коммуналь
хужалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Наталья Опятюк.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәге рәйесе Анатолий Дубовский нисек итеп торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контролен камиллаштырырға мөмкин булыуы тураһында һөйләне. Ҡала халҡынан һорауҙар күп булды. Улар, башлыса, “Башҡорт ихаталары” программаһына, квартал эсендәге юлдарҙы ремонтлауға, берәҙәк эттәр мәсьәләләренә ҡағылды.

Фото: "Выбор" гәзитенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в