Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь , 14:42

Ҡоштарҙан фатиха алып

Йәмле май айының һуңғы көндәренең береһендә Мәләүез районы Юлдаш ауылының матур бер яланында “Ҡарға бутҡаһы” байрамы уҙғарылды. Ойоштороусылары Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы, “Аҡбуҙат”,“Яугир” йәмәғәт ойошмалары булды. Унда Юлдаш ауылы ағинәйҙәре лә саҡырылғайны.

Ҡоштарҙан фатиха алып
Ҡоштарҙан фатиха алып

Йәмле май айының һуңғы көндәренең береһендә Мәләүез районы Юлдаш ауылының матур бер яланында “Ҡарға бутҡаһы” байрамы уҙғарылды. Ойоштороусылары Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы, “Аҡбуҙат”,
“Яугир” йәмәғәт ойошмалары булды. Унда Юлдаш ауылы ағинәйҙәре лә саҡырылғайны.

Сараны үткәреү өсөн ҙур көс һалынғаны күренеп тора. Апрель айында уҡ мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында Бөйөк Еңеүгә арналған шиғыр һөйләүгә онлайн-конкурс иғлан ителгән. Ошо конкурс йомғаҡтары һәм бүләкләүҙәр ҙә үтте был байрамда. Шуныһы яҡшы, ҡалабыҙҙың тормошо менән республиканың башҡа ҡала-райондары ла ҡыҙыҡһына икән. Сөнки еңеүселәр араһында Сибай, Мәләүез ҡалаларынан, Федоровка районынан да балалар бар ине. Иң-иңдәрҙе йәш үҙенсәлектәре буйынса бүләкләү отошло булды. Балалары алған бүләктәр, рәхмәт хаттары ата-әсәләрендә ғорурлыҡ тойғоһо уятҡандыр. 55-се балалар баҡсаһының башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреү төркөмө тәрбиәсеһе Әлфиә Әбүбәкерованың сараны йәнле итеп алып барыуы һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе Риф Сәлишевтың тырышлығы осрашыуҙың бәҫен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Балаларҙы бүләкләү тантанаһы барған арала “Аҡбуҙат” ойошмаһы ағзалары һәм Ислам Мәүлекәсов ут яғып, ҡаҙан аҫты. Миңә самауыр ҡайнатыу бурысы йөкмәтелде. Һәр ваҡыттағыса, бутҡа бешереү буйынса иң яуаплы эш Гөлмира Рәхимоваға тапшырылды. Тары бутҡаһы олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә хуш килде. Ялан “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” кеүек төрлө башҡорт уйындарынан, йыр-бейеүҙәрҙән гөрләп торҙо. Уйнап, йырлап арығас, балаларҙы, килгән ҡунаҡтарҙы тары бутҡаһы менән һыйланылар, төрлө тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эсерҙеләр. Күптәр ”Яугир” ойошмаһы егеттәре ялан шарттарында әҙерләгән тирҙа атыу буйынса үҙ көстәрен һынаны, уҡтан атып ҡарарға теләүселәр ҙә етерлек булды. Табын тамамланғас, ағинәйҙәр ҡалған бутҡаны ағас төптәренә һалып, теләктәр теләне, Ҡөрьән сүрәләре уҡыны. Байрамды ойоштороусы ата-әсәләр комиссияһына, “Аҡбуҙат” һәм “Яугир” йәмәғәт ойошмаларына ысын күңелдән, афарин, тип әйтергә генә ҡала. Улар киләсәк быуынға милли йолаларҙы, милли уйындарҙы еткереү маҡсатына тулыһынса иреште. Сара күңелле, фәһемле, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле лә булды. Балалар, ата-әсәләр һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙа рәхмәттәрен йәлләмәне, “Ҡарға бутҡаһы” барыһына ла оҡшаны, киләһе йылда тағы ойошторорбоҙ, тип таралышты улар.
Рәшиҙә БУРАНҒОЛОВА,
“Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в