Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь , 11:36

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - әсә булыуҙа

Салауат бала табыу йорто янында “Әсә һәм бала” скульптураһы ҡуйылды.

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - әсә булыуҙа
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы - әсә булыуҙа

Салауат бала табыу йорто янында “Әсә һәм бала” скульптураһы ҡуйылды.

Был скульптура үткән быуатта уҡ барлыҡҡа килә. Беҙҙең ҡалала 1952 йылда тәүге бала табыу йорто төҙөлгәнгә тиклем дауахана барагында бала табыусылар өсөн ике койка ҡарала. Бина төҙөлөүсе дауахана биләмәһендә тәүге объект була. Һуңғараҡ, 1955 йылда, бала табыу йортона ингән ерҙә “Әсә һәм бала” статуяһы ҡуйыла. Уйлап ҡараһаң, уны урынлаштырыу өсөн был иң ҡулайлы урын. Ваҡыт үтә, бала
табыу йорто бинаһы йылдам үҫеүсе ҡаланың талаптарына яуап бирмәй башлай. 1958 йылда яңы бала табыу йорто үҙ ишектәрен аса. Ә статуя дауахана ҡаласығында ҡала, тик уны туберкулезға ҡаршы диспансер бинаһы ҡаршыһына күсерәләр. Ошо ваҡытҡа тиклем ул ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының иғтибарынан ситтә ҡалып, ағастарға ҡапланып ултыра бирә. Бәхеткә, ул ҡала хакимиәте башлығының күҙенә салына.  Скульптураны реставрациялап, уны тейешле урынға күсереү ҙә - уның идеяһы. Социаль селтәрҙә һорашып белешеүҙәр тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә һәм скульптураны ҡала бала табыу йортона күсерергә кәрәклекте күрһәтә.
Скульптура ярты быуаттан ашыу эҫелә, һыуыҡта, ямғыр һәм ҡар аҫтында торған, әлбиттә, ул зыян күрә. Ярай әле, беҙҙең ҡалала шәп рәссам, скульптор һәм реставрациялаусы Илнур Ильясов бар. Уның алтын ҡулдары гипслы скульптураға яңы һулыш өрә. Был эште ул хеҙмәттәше София Сергейчива менән башҡара. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Махсус автохужалыҡ” йәмғиәте директоры Юрий Кирилловтың ярҙамы менән бала табыу йорто биләмәһендә скульптураны урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ эшләнелә.

- Ул аяныс хәлдә ине. Аяҡтың бер өлөшө һәм подиум зыян күргән. Арматура аша һыу үтеп бетонды емергән. Скульптураның сатнаған урындары бик күп ине. Уны ҡарап сыҡҡандан һуң, постаменттан фигураны алып, күсереп ултыртып булмаясағын аңланыҡ. Ул емерелеп төшөр ине. Шуға “Махсус автохужалыҡ” йәмғиәте тарафынан бирелгән кран ярҙамында скульптураны тулыһынса күсерҙек, шунда уҡ нигеҙен һалдыҡ. Композицияны нығытыр өсөн эске яҡтан кирбестән стена эшләргә тура килде, ә өҫтөн бетон менән ҡапланыҡ. Бөтә сатнаған урындарҙы һыланыҡ, тигеҙләнек, элекке ҡатламды алып ташланыҡ. Шунан һуң ғына скульптураны аҡ төҫкә буяныҡ, - тип һөйләй Илнур Ильясов.
1 июндә уны тантаналы асыу сараһы булды. Скульптура янында бала табыу йортонан сыҡҡан әсәләрҙең яңы донъяға ауаз һалған сабыйҙары менән тәүге фотолары эшләнде.

- Ҡала, уның кешеләре яҙмышы менән бәйле скульптураларҙың икенсе төҫ алыуы яҡшы күренеш, - тип билдәләне Игорь Миронов.

- Баланы ҡосаҡлаған әсәй - һөйөүҙе сағылдыра, скульптура сабыйға әсәһе янында ни тиклем рәхәт булыуын күрһәтә. Әсәнең ҡосағы уны иң яҡшы яҡлаусы һәм дауа булып тора, - тине ҡала дауаханаһының баш врачы Илшат Яппаров.

Роман Фаррахов фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в