Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь , 17:39

"Борон-борон заманда"

Бөгөн, 1 июндә, Салауат башҡорт дәүләт драма театры Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тамашасыларға "Борон-борон заманда" әкиәтен тәҡдим итте.

"Борон-борон заманда"
"Борон-борон заманда"

Бөгөн, 1 июндә, Салауат башҡорт дәүләт драма театры Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тамашасыларға "Борон-борон заманда" әкиәтен тәҡдим итте.

Ҡуйыусы режиссеры - Александр Шабаев, ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров, композиторы - Ләйсән Шәрипова, хореографы - Лилиә Зәйнышева.

Борон-борон заманда бер ханлыҡта ахмаҡ хан, уның ике ҡыҙы һәм вәзир йәшәгән, ти. Ошо уҡ ханлыҡта өс бер туған егет донъя көткән. Иң өлкәне - һунарсы, уртансыһы - солоҡсо, ә кеселәре иһә китап уҡырға яратҡан һәм ғалим булырға хыялланған. Бер мәл улар бөтәһе бергә йәшәй башлай. Был хәл хандың ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә теләүҙән килеп сыға. Актерҙар тамашасылар менән бергә мәңгелек проблема - кешеләрҙең үҙ-ара
мөнәсәбәте тураһында уйлана. Спектакль рус телендә.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в