Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май , 10:13

Театр - тормош көҙгөһө

Уҙған йома Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 89-сы ижда миҙгелен япты. Тамашасылар иғтибарына Алексей Житковскийҙың “Һырғалаҡ” спектакле тәҡдим ителде.

Театр - тормош көҙгөһө
Театр - тормош көҙгөһө

Уҙған йома Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 89-сы ижда миҙгелен япты. Тамашасылар иғтибарына Алексей Житковскийҙың “Һырғалаҡ” спектакле тәҡдим ителде.
“Һырғалаҡ” тамашасыларҙы ихлас күңелдән көлөргә, урыны менән ныҡлы уйланырға мәжбүр итте. Әйткәндәй, был спектакль көҙөн Чечня Республикаһында уҙасаҡ “Федерация” IV Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ.
Театр директоры Айбулат Ҡотошов артистарҙы һәм тамашасыларҙы миҙгел ябылыуы менән ҡотлап, ошо ваҡыт эсендә улар менән бергә булған, ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе:
- Бөгөн күңелде шатлыҡ та, бер аҙ һағыш та биләне. Сөнки беҙ яратҡан тамашасыларыбыҙ менән бер ни тиклем ваҡытҡа айырылабыҙ. Киләһе юбилейлы, 90-сы ижад миҙгелен дә һеҙҙең менән бергә асырыбыҙға ышанам. Бөтә коллектив исеменән һаулыҡ, именлек теләйем. Осрашҡанға тиклем, - тине Айбулат Миңлеғәли улы.
Ҡаланың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов та ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе:
- 89-сы ижад миҙгеле яңы, сағыу тамашаларға бай булды. Труппа ҡаланың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй. Коллективтың яңы, йәш актерҙар менән тулыланыуы ла ҡыуандыра. Бөтә был ыңғай үҙгәрештәр - театр директоры Айбулат Ҡотошовтың оҫта етәкселегендәге берҙәм коллективтың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Юбилейлы ижад миҙгелегеҙҙе уңышлы ҡаршыларға яҙһын, - тине Сергей Юрьевич.
Был көндө тамашасылар залында театрҙың ветерандары ла урын алғайны. Театр коллективы уларға рәхмәт белдереп, ныҡлы һаулыҡ теләне һәм сәскә гөлләмәләре бүләк итте.
Салауат театрының үҙенә генә хас проекттары, изге йолалары бар. 1993 йылдан алып актерҙарға “Иң яҡшы актер” премияһы тапшырыла. Республикала бындай проект башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Ойоштороусыһы - эшҡыуар Салауат Исхаҡов. 89-сы ижад миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса “Иң яҡшы актер” тип Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов танылды. Ул был миҙгелдә “Һырғалаҡ” һәм “Алға, Баламишкин!” спектаклдәрендә төп ролдәрҙе уйнаны. Премияны театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина тапшырҙы.
- Был премияны дүртенсе тапҡыр алам. Дөрөҫөн әйтәм, быйылғыһы көтөлмәгән сюрприз булды. Театрыбыҙҙың һәр актеры ошондай премияға лайыҡтыр тип уйлайым. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, төрлө спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе ғәжәпләндерерлек итеп уйнаған артистар күп булды. Хеҙмәтемде баһалағандары өсөн коллективыма рәхмәтлемен, - ти Яҡуп Хәмзә улы.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре, республиканың театр эшмәкәрлегенә, ҡаланың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн бер төркөм актерҙарға республика Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары, ҡала хакимиәтенең маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Миҙгел тамам, тик оҙаҡҡа түгел. Ни бары көҙгә тиклем генә. Тамашасылар ҙа театр менән айырылыуы һағышлы булыуын билдәләне.
Фәнилә һәм Фәнил Фәйзуллиндар:
- Театрға йыш йөрөйбөҙ. Мөмкинлек булғанса, премьераларҙы ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Ә “Һырғаклаҡ”ты бөгөн генә күрергә насип булды. Бик оҡшаны, бөтә актерҙар ҙа иҫ киткес шәп уйнай. Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар - беҙҙең йәшлек дуҫтарыбыҙ. Уйнағандарын шул тиклем яратабыҙ. Яҡуп иһә бөгөн махсус премияға ла лайыҡ булды. Уның өсөн бик шатбыҙ. Театрҙы һағынасаҡбыҙ, тик нисек тә түҙергә инде.
Раушания Янбаева:
- Дөрөҫөн әйтәм, артыҡ театрға йөрөмәй инем. Бөгөнгө спектаклгә әхирәтем саҡырҙы. Килеүемә бик шатмын, шул тиклем ҙур илһам, дәрт алдым. Үҙемә һүҙ бирҙем - театрға хәҙер йыш йөрөйәсәкмен. Дуҫтарым, таныштарым менән осрашып күрешеү үҙе бер ғүмер. Салауат театры - ҡаланың төп мәҙәни усағы. Киләсәктә лә был усаҡ һүнмәһен, нығыраҡ дөрләһен ине.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в