Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май , 15:47

Ҡыңғырауҙың һуңғы сыңы

Ҡыңғырау моңо - шатлыҡлы ла, һағышлы ла. Ул бала саҡ менән хушлашыу һәм оло тормошҡа аяҡ баҫыу тураһында хәбәр итә.

Ҡыңғырауҙың һуңғы сыңы
Ҡыңғырауҙың һуңғы сыңы

Ҡыңғырау моңо - шатлыҡлы ла, һағышлы ла. Ул бала саҡ менән хушлашыу һәм оло тормошҡа аяҡ баҫыу тураһында хәбәр итә. Ҡаланың 23-сө мәктәбен быйыл 27 уҡыусы тамамлай, уларҙың 7-һе миҙалға дәғүә итә. Белем усағы директоры Андрей Шорин сығарылыш уҡыусыларын байрам менән ҡотлап, берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға барыһына ла рөхсәт бирелеүен белдерҙе.

- Һеҙҙең өсөн бөгөн һуңғы ҡыңғырау шылтырай. Тиҙҙән үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫасаҡһығыҙ. Киләсәктә ҙур уңыштар, ҡаҙаныштар теләйем, тормош юлына әҙерләгән, белем биргән мәктәбегеҙҙе онотмағыҙ, - тине ул.
Беренсе кластан балаларҙы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәтеүсе кем? Әлбиттә, беренсе уҡытыусы. Уҡыусыларҙың беренсе уҡытыусылары исеменән Светлана Антонова ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.
- Тормош юлында барыһы ла: уңыш-көйөнөстәре, кәртәләре лә булыр. Ҡатмарлыҡтар һеҙҙе көслө, түҙемле булырға, баһағыҙҙы күтәрергә ярҙам итер. Алда һеҙҙе ҙур юлдар көтә, уны лайыҡлы үтегеҙ. Хәйерле сәғәттә, минең ҡәҙерлеләрем, - тине педагог. Был көндө сығарылыш уҡыусыларының класс етәксеһе Раушания Әсәҙуллинаның күңелен дә аңлатып бөтмәҫлек хис-тойғолар биләне.

- Ошо көнгә табан бик оҙаҡ - 11 йыл барҙығыҙ. Барыһы ла: еңеүҙәр, уңышһыҙлыҡтар, ҡыйынлыҡтар, шатлыҡтар булғандыр. Әммә мәктәп тигән ҙур һәм бик ҡыҙыҡлы осор бөтәһенең дә хәтерендә мәңгегә уйылып ҡаласаҡ. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, һәр берегеҙҙең тормошта үҙ урынын табыуын теләйем. Аҡ юл, һеҙгә, - тине класс етәксеһе.
Уҡыусыларҙы шулай уҡ ҡала мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Гөлнара Әптекәйева, ата-әсәләр ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Егет-ҡыҙҙарға 1-се класс уҡыусылары ла үҙ сәләмдәрен юлланы. Улар күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Ә өлкән апай- ағайҙары уларға “Мәктәпте һаҡлағыҙ, уҡытыусыларҙы яратығыҙ” тигән теләктәр менән бүләк тапшырҙы. Таҫмалар тағыу, вальс бейеү, сығарылыш  уҡыусыларының үҙҙәренең сығышы - барыһы ла сағыу булды. Динә Ғайсина, сығарылыш класы уҡыусыһы:
- Һәр ваҡыт яныбыҙҙа булған, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙған,беҙҙе ихтирамлы, яуаплы, итәғәтле булырға өйрәткән уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар беҙҙе оло тормошҡа әҙерләне, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа
өйрәтте, - ти ҡыҙ. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в