Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май , 16:11

Алда әле заман имтиханы, хыялдарҙы ысын итәһе!

Быйыл республиканың 1295 мәктәбендә уҡыусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Бөтәһе 16 798 сығарылыш уҡыусыһы, шул иҫәптә Салауат ҡалаһының 454 егет һәм ҡыҙҙары өсөн өсөн тантаналы саралар уҙҙы.

Алда әле заман имтиханы, хыялдарҙы ысын итәһе!
Алда әле заман имтиханы, хыялдарҙы ысын итәһе!

Быйыл республиканың 1295 мәктәбендә уҡыусылар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Бөтәһе 16 798 сығарылыш уҡыусыһы, шул иҫәптә Салауат ҡалаһының 454 егет һәм ҡыҙҙары өсөн өсөн тантаналы саралар уҙҙы.

11 йыл элек мәктәп ишеген ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына асып ингән уҡыусылар бөгөн - аҡыллы, ҡыйыу, етди ҡыҙ һәм егеттәр. Тиҙҙән улар өсөн тормоштарының бөтөнләй яңы, икенсе бите асыла. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, мәктәп йылдары иң бәхетле мәлдәр булып иҫтә ҡаласаҡ. Кадет мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау 18 сығарылыш уҡыусыһы өсөн яңғыраны. Уҡыусыларҙы ҡотларға ошо белем усағын 50 йыл элек тамамлаусылар килгәйне. Хәтһеҙ ваҡыт уҙһа ла, мәктәп йылдарын улар әле булһа ҙур тулҡынланыу менән иҫкә ала. Ҡыҙ-егеттәргә таҫмаларҙы ла ҡунаҡтар таҡты.
- Киләсәк тормошоғоҙға нигеҙ һалырға ваҡыт етте. Тырышып белем алығыҙ, тәжрибә туплағыҙ, һәр ваҡыт алға ынтылығыҙ. Һөнәр һайлағанда йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ, яратҡан эш - ярты бәхет, - тине уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп мәктәпте 1972 йылда тамамлаған Фәрит Латипов.
Тантанала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡатнашты.

- Мәктәп һеҙгә белем генә биреп ҡалманы, ә оло тормошҡа ла әҙерләне. Йылдар уҙғас та, һуңғы ҡыңғырау көнөн йылы хәтирәләр менән иҫкә алырһығыҙ. Күңелегеҙгә ятышлы һөнәр һайлап, уҡып, яҡшы белгестәр  улып тыуған ҡалағыҙға ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ. - тине ҡала башлығы үҙ сығышында.
Ул көндө уҡытыусыларға, ата-әсәләргә бихисап йылы һүҙҙәр яңғыраны. Балалар уларға һәр ваҡыт яндарында булғандары, ауыр мәлдәрҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Байрам һуңғы ҡыңғырау менән  тамамланды.
Илнара Рәхимова:
- Мәктәбемде һағынасаҡмын, 11 йыл ошонда үтте. Бер-беребеҙгә ныҡлы өйрәндек, ә хәҙер төрлө ҡалалар буйлап таралышасаҡбыҙ, унда беҙҙе яңы кешеләр һәм танышлыҡтар көтә. Юғары уҡыу йортонда геолог һөнәрен
үҙләштерергә ниәт итәм. Киләсәктә производство лабораторияһында эшләгем килә, - ти ҡыҙ.
25-се башҡорт гимназияһында ла байрам тантана итә ине. Бында 16 егет һәм 13 ҡыҙ тыуған мәктәбе менән  хушлашты. Сараның программаһы бик йөкмәткеле булды: уҡыусылар йырҙар йырланы, флешмобтар үткәрҙе, бөтә класс менән вальс бейене.
- Алда һеҙҙе имтихандар көтә. Уларҙы барығыҙҙың да уңышлы тапшырырына ышанам, киләсәктә уңыштар ғына теләйем. Ҡуйған маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барығыҙ, ҡаршылыҡтарға бирешмәгеҙ, - тине ҡотлау һүҙендә гимназия директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина.
Ошо йылдар эсендә уҡыусылар менән класс етәкселәре Альбина Әхмәҙиева һәр ваҡыт яндарында булған.
- Хөрмәтле уҡытыусылар, түҙемлегегеҙ, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ, һәр балала талант күрә белеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Ҡәҙерле ата-әсәләр, һәләтле, аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙгә
ҙур рәхмәт. Балаларға үҙеңде нисек тоторға икәнлеген, тормошта ауыр хәлдәр килеп сыҡҡанда нимә эшләргә кәрәклеген өйрәттем, һабаҡтарымдың файҙаһы тейер тип уйлайым, - тине Альбина Йәүҙәт ҡыҙы.

Быйылғы сығарылыш уҡыусылары матур йолаға нигеҙ һалды - улар мәктәпте 2032 йылда тамамлаясаҡ уҡыусыларға теләктәр менән ваҡыт капсулаһын ҡалдырҙы һәм уны һаҡлауға мәктәп директорына тапшырҙы.
Марат Таһиров, сығарылыш класы уҡыусыһы:
- Мәктәп, класташтарым, уҡытыусылар менән айырылышыу һағышлы. Математиканы һәм физкультураны бик яраттым. Спорт менән шөғөлләнеү оҡшай, көслө һәм сәләмәт булыу өсөн тренажер залына йөрөйөм. Мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡазан федераль университетына йәки осоу аппараттарын проектлаусыға Авиация университетына инергә планлаштырам. Яҡшы самолеттар проектлау ниәтем. Ә бына пилот кеүек бер ваҡытта ла осорға теләмәнем.

Сабина Мөхәмәтҡолова, сығарылыш класы уҡыусыһы:

- Беҙҙең класс бик татыу, бер-беребеҙгә ярҙам итергә атлығып торабыҙ. Алдағы йылдарҙа осрашыу тураһында уйламаныҡ, әле мәктәпте лә тамамламағанбыҙ бит. 5-10 йылдан һуң мотлаҡ йыйылышырбыҙ тип уйлайым. Фәндәр араһынан нимәнелер айырып әйтеүе ҡыйын, шулай ҙа рус һәм инглиз телдәре нығыраҡ оҡшай. Шуға лингвист һөнәренә уҡырға уйлайым. Киләсәктә тағы ла ниндәйҙер телдәрҙе үҙләштерәргә теләк
бар. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлайым, имтихандарҙы тапшырып, “Баллы бал” етеүен түҙемһеҙлек менән көтәм.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в