Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май , 09:16

Музей ишектәре төндә асыҡ

Уҙған шәмбе республикала иң ҙур акцияларҙың береһе “Музей төнө-2022” уҙҙы. Бөтә музейҙарҙың ишектәре төнгә тиклем асыҡ булды. Салауат та акцияға ҙур теләк менән ҡушылды, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына бик шәп программа әҙерләгәйне.

Музей ишектәре төндә асыҡ
Музей ишектәре төндә асыҡ

Уҙған шәмбе республикала иң ҙур акцияларҙың береһе “Музей төнө-2022” уҙҙы. Бөтә музейҙарҙың ишектәре төнгә тиклем асыҡ булды. Салауат та акцияға ҙур теләк менән ҡушылды, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына бик шәп программа әҙерләгәйне.

Һауа торошоноң боҙолоуы сараның форматын үҙгәртеп, эстә үткәрергә мәжбүр итте. Килеүселәр һаны шул тиклем күп булды, хатта музейҙың икенсе ҡаты ла тулы ине.
- Бөгөнгө байрам - көтөп алынған. Сөнки һуңғы ике йылда, панедмияға бәйле, “Музейҙар төнө” сикләүҙәр менән уҙғарылды. Ә быйыл коронавирусҡа бәйле хәл бер аҙ тотороҡланды һәм шуға акцияны киңерәк итеп ойоштороу мөмкин булды. Кешеләр тере аралашыуға һыуһаған, музейға килеүселәрҙең һаны ла был турала һөйләй. Тышта ямғыр яуып, көндөң болотлап тороуына ҡарамаҫтан, барыһының да кәйефе шәп, күңелдәре күтәренке. Ғаиләләр, балалар менән килеүҙәре айырыуса ҡыуандыра, - тине сәләмләү һүҙендә “Мираҫ” сәнғәт һәм мәҙәниәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
Быйылғы “Музейҙар төнө” Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, “Быуындар иҫтәлеге” һәм беренсе башҡорт нефтенең 90 йыллығы сиктәрендә уҙҙы. Байрам программаһын музей хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән театрлаштырылған тамаша асты. Улар беренсе башҡорт нефтенең урғылып сыҡҡан мәлдәрен сағылдырҙы.
Йыйылыусыларҙы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов ҡотлап, кисте матур, сағыу итеп үткәреүҙәрен теләне.
- Бөгөн беҙҙә ҡыҙыҡлы экспозициялар, мауыҡтырғыс квестар, балалар өсөн викториналар һәм уйындар ойошторола, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, ижади майҙансыҡтар эшләй - быларҙың барыһы ла һеҙҙең өсөн, - тине сараны ойоштороусы һәм алып барыусы, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Ольга Шалева һәм барыһын да залға уҙырға әйҙәне.
Концерт программаһында ҡаланың ижади коллективтары үҙ сығыштарын бүләк итте.
Музейҙың ҙур залында республикабыҙ халыҡтары мәҙәниәтенең матурлығын һәм байлығын сағылдырыусы күргәҙмәләр урын алған. Йәш, әле саҡ үҫешә башлаған Салауат ҡалаһын рәссам А. Д. Кокориндың нефть менән яҙылған картиналарында күрергә була ине. Шулай уҡ республика рәссамдары картиналарының күргәҙмәһе лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Икенсе ҡатта салауаттар башҡорт тирмәһе һәм рус йорто, ундағы йыһаздар менән танышып, элек халыҡтың нисек көн күреүен төҫмөрләне. “Өләсәйем һандығы”нда ҡатнашып, балаларҙың приз алыу мөмкинлеге булды.
- Бөгөн башҡорт тирмәһе, уның йыһазланышы, көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр тураһында һөйләнем. Бында башҡорттарҙың XIX быуаттың тәүге яртыһындағы тормош-көнкүреше сағылдырыла. Күптәрҙе башҡорт милли кейеме, балалар сәңгелдәге, май һығыу өсөн ҡулайлама кеүек әйберҙәр ҡыҙыҡһындырҙы. Экспозицияла шулай уҡ бал, май, он һаҡлау өсөн батман, башҡорт милли эсемлеге ҡымыҙ әҙерләү өсөн һаба ла бар, - тип һөйләне музейҙың экскурсоводы Ангелина Ғәйнуллина.
Күңел торошон көйләргә, финанс хәлен яҡшыртырға теләүселәргә “Арома ресурс” ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө эфир майҙарынан торған күргәҙмә тәҡдим итте.
- Беҙҙең төркөмдә арт-терапевтар, психологтар, астрологтар ҙа бар. Эфир майҙары яңы эштәргә дәртләндерә, кешенең һәләтен, талантын асырға ярҙам итә, - ти ҡыҙҙар.
Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, сараға ғаиләләре, балалары менән килеүселәр күп ине. Сәфиуллиндар ғаиләһе лә шәмбе кисен мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә ҡарар иткән.
- Беҙ музейға йыш киләбеҙ. Әле бына ҡыҙыбыҙ Амелияны алып килдек. Уға башҡорт тирмәһен, ундағы һауыт-һабаларҙы, төрлө боронғо әйберҙәрҙе күрһәттек. Экскурсовод улар тураһында ентекле һөйләне. Ҡыҙыбыҙҙы ишеткән-күргәндәренәне бик ғәжәпләндерҙе. Йомаҡтар конкурсында ла ҡатнашты ул, барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм бик фәһемле булды, - ти йәш ғаилә.
Картиналар галереяһы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.
- Бөгөн балалар ағас сувенирға төшөрөлгән һүрәттәрҙе буяй. Элек ағас уйынсыҡтар һәм сувенирҙар модала булған. Ошондай экологик материалдарҙың ҡайтанан тергеҙелә башлауы шатландыра. Беҙ был йүнәлешкә үҫешергә ярҙам итергә һәм уны балаларға аңлатырға, еткерергә тейешбеҙ, - ти “Мираҫ” учреждениеһының сәнғәт бүлеге мөдире Татьяна Пирковская.
Ҡалала уҙған “Музейҙар төнө”ндә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның студенттарына ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
- Беҙ дүртенсе курс студенттары менән практика үтергә, фәнни-тикшеренеү эше әҙерләргә, Салауат ҡалаһының төҙөлөү тарихын, уның иҡтисадын, шулай уҡ мәҙәниәтен һәм архитектураһын өйрәнергә килдек. Өҫтәүенә, “Музейҙар төнө”нә эләктек. Студенттарға бик оҡшаны, айырыуса милли кейемдәрҙәге сығыштар күңелдәренә хуш килде. Беҙҙең төркөм күп милләтле, унда Анголанан, Төркмәнстандан, Пермь крайынан, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән уҡыусылар бар. Салауат - йәшлегем ҡалаһы. Мин бында уҡыным, Салауат педагогия училищеһын 1976 йылда тамамланым. Ҡала бик үҙгәргән, үҫешкән, яңы биҫтәләр барлыҡҡа килгән. Урамдары таҙа, йәшеллек күп, Ағиҙел буйы танымаҫлыҡ төҫ алған, - ти БДПУ-ның экология, география һәм тәбиғәттән файҙаланыу кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Земфира Тимербаева.
“Музейҙар төнө - 2022” бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла байрамдың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп, ҡалала ошондай сараларҙың күберәк үткәрелеүен теләп таралышты.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в