газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2022, 09:31

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (23 - 29 май)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (23 - 29 май)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бизнес менән бәйле эштәр көйлө барыр. Юлдарҙа иғтибарлы булыу талап ителә. Ял көндәрендә алыҫтан шатлыҡлы хәбәр алырһығыҙ. Йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһағыҙ, кистәрен йышыраҡ саф һауала йөрөгөҙ, дарыу эсмәгеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Эшкә һәләтлегегеҙ был аҙнала бер аҙ һүлпәнәйер. Шәмбе туғандарығыҙ араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр. Бурыстарын ваҡытында түләмәү арҡаһында, таныштарығыҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Эре эштәргә тотонмайыраҡ тороғоҙ. Улар еңел кеүек күренһә лә, ҡатмарлыҡтар күп булыр. Аҙна башында ишеткән хәбәр аптырауға ҡалдырыр. Буш янсыҡ менән ҡалмаҫ өсөн аҡсағыҙҙы дөрөҫ бүлергә өйрәнегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Килеп тыуған шарттар ҡорған пландарығыҙға үҙгәрештәр индерер. Хафаланмағыҙ, барыһы ла яҡшы тамамланыр. Аҡсаға бәйле күңелһеҙ хәлдәр килеп тыуыуы ихтимал, уяу булығыҙ. Аҙна дауамында сәйер төштәр кереп аптыратыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эштә иницицатива күрһәтегеҙ, коллегаларығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Ял көндәрендә кәйеф-сафанан баш тартығыҙ. Тотороҡһоҙ һауа шарттары һаулығығыҙға насар йоғонто яһар. Йоҡларға иртәрәк ятығыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Алдығыҙға артыҡ ҙур маҡсаттар ҡуймағыҙ. Ҡарарҙар ҡабул иткәндә ныҡлап уйлағыҙ. Ваҡ-төйәк нәмәләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындармағыҙ. Туйға, юбилейға саҡырыуҙары ихтимал. Тормош иптәшегеҙ һеҙҙән нимәлер йәшерә кеүек.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Башланған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ, тик яңыларына тотонмағыҙ. Финанс хәлегеҙ тотороҡло. Туғандарығыҙға ярҙамығыҙ кәрәгер. Туристик сәйәхәттәр өсөн уңайлы мәл түгел. Иммунитетығыҙ  түбәнәйер.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙнаның тәүге яртыһы уңышлы үтер, шәхси тормошоғоҙ яйға һалыныр. Йоманан башлап күңелһеҙлектәр көтөр. Бер кем менән дә конфликтҡа инмәгеҙ. Һаулығығыҙ борсолоу тыуҙырыр. Табипҡа ваҡытында күренегеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эшегеҙгә ижади ҡарағыҙ, етәкселеккә яңы идеялар тәҡдим итегеҙ, ирешелгәндә туҡталып ҡалмағыҙ. Ял көндәрен ҡаланан ситтә үткәрегеҙ. Икенсе яртығыҙҙы көнләшеүегеҙ арҡаһында, икегеҙ араһында ыҙғыш сығыр.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Ялдарҙы ғаиләгеҙ менән бергә уҙғарығыҙ. Сәләмәтлегегеҙ тураһында ныҡлы хәстәрлек күрегеҙ. Дуҫтар менән осрашыу өсөн отошло осор түгел.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы эш урыны эҙләүселәргә уңыш йылмайыр. Файҙалы осрашыуҙар бихисап булыр. Күберәк ваҡытығыҙҙы балалар тәрбиәләүгә бүлегеҙ. Яратҡан кешегеҙгә бүләк һайлағанда иғтибарлыраҡ булыу талап ителә.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор һәйбәт килер. Йондоҙҙар күңелле ваҡиғалар вәғәҙәләй. Ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа, улар еңел башҡарылыр. Аҙна уртаһында көтмәгәндә кеҫәгеҙгә аҡса инер. Юлға шәхси транспортта сыҡмау хәйерлерәк. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: