газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2022, 10:18

Паспортлы булыу яуаплылыҡ өҫтәй

Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында 14 йәше тулған егет һәм ҡыҙҙарға тантаналы шарттарҙа паспорт тапшырылды. Сара Бөйөк Еңеү байрамы сиктәрендә уҙҙы.

Паспортлы булыу яуаплылыҡ өҫтәй
Паспортлы булыу яуаплылыҡ өҫтәй

Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында 14 йәше тулған егет һәм ҡыҙҙарға тантаналы шарттарҙа паспорт тапшырылды. Сара Бөйөк Еңеү байрамы сиктәрендә уҙҙы.

Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы, полицияның өлкән лейтенанты Руслан Фәйзуллин уҡыусыларҙы иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға менән ҡотлап, паспортҡа һаҡсыл ҡарашта булыуҙарын теләне.

- Паспорт алыу – ул тормошоғоҙҙағы яңы баҫҡыс. Ул һеҙгә тик ыңғай үҙгәрештәр генә килтерһен. Илебеҙҙең намыҫлы, ғәҙел граждандары булығыҙ. Паспортты юғалтмағыҙ, бысратмағыҙ. Бының өсөн
административ яуаплылыҡ ҡаралыуын да онотмағыҙ, - тине Руслан Рәйес улы.
Балаларға ҡала мәғариф идаралығының баш белгесе Татьяна Сергеева ла үҙ теләктәрен еткерҙе.
- Бөгөн һеҙ ҡулығыҙға иң төп документ – паспорт алдығыҙ. Рәсәй Федерацияһы граджданы исемен лайыҡлы йөрөтөгөҙ. Уҡыуығыҙҙа уңыштар, маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барыуығыҙҙы тел әйем, - тине ул.
Ул көндө 24 ҡыҙ һәм егет паспортлы булды. Арыҫлан Нәзиров, 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
- Ниһайәт, законлы рәүештә Рәсәй гражданы булыуыма ҡыуанам. Шул уҡ ваҡытта бының ҙур яуаплылыҡ талап итеүен дә яҡшы аңлайым. Хәҙер үҙ ҡылыҡтарым өсөн фәҡәт үҙемә яуап бирергә тура киләсәгенә төшөнәм. Паспорттың ниндәй документ булыуы, ниндәй яңы хоҡуҡтар биреүе, уны юғалтҡан осраҡта нимә эшләргә һәм башҡалар тураһында беҙгә йәмғиәтте өйрәнеү дәресендә уҡытыусылар һөйләне. Тағы ла нығыраҡ мәғлүмәтле булыу өсөн Рәсәй Федерацияһының Конституцияһын ентекле өйрәнергә кәрәк, - ти егет.

Паспорт тапшырыу Еңеү көнө сиктәрендә уҙғарылғанға, уҡыусыларға һуғыш башланған көн тураһында видеоролик күрһәтелде. Ойоштороусылар фекеренсә, был ҡот осҡос һуғыштың тарихын балалар
мотлаҡ белергә, имен тормош хаҡына ғүмерҙәрен йәлләмәгән совет халҡының батырлығын онотмаҫҡа тейеш.

Уҡыусыларға паспорт менән бергә хоҡуҡи документ - Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы ла бирелде.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: