Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2022, 15:11

Тәмле булды бутҡаһы

Ергә яҙ килеү менән был миҙгелде ҡаршылау байрамдары башлана. Шуларҙың береһе - “Ҡарға бутҡаһы”. Ҡарғалар йылы яҡтан ҡайтыу менән яҙ айы башлана, тип уйлаған боронғолар. Шуға улар ҡоштар хөрмәтенә ҡыуанышып йылға буйына йыйылған, бутҡа бешергән, йәштәр, балалар уйындар уйнаған, бейегән, йырлаған, күңел асҡан.

Тәмле булды бутҡаһы
Тәмле булды бутҡаһы

Ергә яҙ килеү менән был миҙгелде ҡаршылау байрамдары башлана. Шуларҙың береһе - “Ҡарға бутҡаһы”. Ҡарғалар йылы яҡтан ҡайтыу менән яҙ айы башлана, тип уйлаған боронғолар. Шуға улар ҡоштар хөрмәтенә ҡыуанышып йылға буйына йыйылған, бутҡа бешергән, йәштәр, балалар уйындар уйнаған, бейегән, йырлаған, күңел асҡан.

Элегерәк уны яҙғы-баҫыу эштәре башланыр алдынан уҙғарғандар, сөнки байрамдың маҡсаты уңыш бай һәм мул булһын өсөн ҡоштарҙы ашатып, уларҙы үҙ яҡтарына ауҙарыуға ҡайтып ҡалған. Бер аҙ үҙгәртелеп, был йола беҙҙең көндәргә лә килеп еткән. Төрлө ваҡытта ойошторолоуға ҡарамаҫтан, уның төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалған. Ошо байрам йолаһы яңыраҡ ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында уҙғарылды. Сараны алып барыусылар иң тәүҙә студенттарҙы “Кәкүк сәйе”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Һабантуй” кеүек башҡорт халҡының борондан килгән байрамдары, йолалары менән таныштырып,
һәр береһе тураһында ентекле һөйләне.
- 2022 Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо юҫыҡта күп эштәр башҡарылды. Ата-бабаларыбыҙ матур йолаларыбыҙҙы, ғөрөфғәҙәттәребеҙҙе быуынданбыуынға күсерә килгән. Ошо сылбыр өҙөлмәһен өсөн беҙ ҙә, бай ҡомартҡыбыҙҙы, мираҫыбыҙҙы йәш быуынға тапшырырға, өйрәтергә тигән маҡсат ҡуябыҙ алдыбыҙға. Бөгөн медицина колледжы студенттарына халҡыбыҙҙың иң матур байрамдарының береһе - “Ҡарға бутҡаһы”н күрһәтергә булдыҡ. Беҙ уны күләмле итеп эшләй алмаһаҡ та, мәғәнәһен, булмышын, тәғәйенләнешен, бөтә байлығын, матурлығын күрһәтә алғанбыҙҙыр, тип уйлайым. Студенттар рәхмәт әйтеп таралышты, - тине китапхана мөдире Гөлнара Хәйбулина.
Тамашала китапханала эшләп килгән “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор түңәрәгенә йөрөүсе апайҙар ҡатнашты. Ул көндө ысын “Ҡарға бутҡаһы”нда булғандай тойолдо. Йола буйынса, апайҙар ҡолға тотоп, бүләктәр йыйҙы, теләктәр теләп, ағастарға таҫмалар элде, ҡаҙан аҫып бутҡа бешерҙе, һуңынан унан барыһы ла ауыҙ итте. Бутҡа өләшкәндә ергә именлек, тыныслыҡ, мул уңыш, ваҡытында ямғырҙар
яуыуын теләп, ҡалған бутҡаны ағас төбөнә ҡоштарға һалдылар. Йыр-бейеүгә маһир апайҙар студенттарға дәртле сығыштарын бүләк итте. Дәртле егет Камилдың ҡурайҙа уйнауын да оҡшатты буласаҡ
медицина хеҙмәткәрҙәре. Йәштәр уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Сара аҙағында студенттарҙан бөгөнгө тамаша оҡшанымы, тип һорауыма улар бер тауыштан “Әлбиттә!” тип яуап бирҙе.
- Илдең киләсәге йәш быуындың тәрбиәлелегенә, рухи-әхлаҡи үҫешенә, гражданлыҡ сифаттарына бәйле. Был сифаттарҙы тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәренә таянып, халҡыбыҙҙың боронғо
ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары нигеҙендә алып барыуҙы дөрөҫ тип уйлайым, - тине Салауат медицина колледжының башҡорт теле, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Ғәлиәхмәтова.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: