газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 14:48

«Урал батыр» эпосы - бөтмәҫ хазина

«Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын...». Ошолай тип аталды 25-се башҡорт гимназияһында уҙғарылған сара. Белем усағы республикала әүҙем бойомға ашырылған “Урал батыр мәктәбе” проектына ҡушылды.

«Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын...». Ошолай тип аталды 25-се башҡорт гимназияһында уҙғарылған сара. Белем усағы республикала әүҙем бойомға ашырылған “Урал батыр мәктәбе” проектына ҡушылды.

Сарала Өфө ҡалаһының “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге ағзалары Гүзәл Вилданова, Гөлсара Килдеғолова, ҡаланың мәғариф идаралығы, уҡытыу-методика үҙәге вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, 50-се башҡорт балалар баҡсаһы етәкселеге һәм тәрбиәселәре, ҡаланың ата-әсәләр комиссияһы, «Аҡбуҙат» һәм «Ағинәйҙәр» ойошмалары ҡатнашты. Ҡунаҡтарға ҡул эштәренән торған күргәҙмә тәҡдим ителде, Вәсил  Темиров етәкселегендәге “Юлдаш” ҡурайсылар ансамбле ҡурай моңдарын, Нурислам Шәһиев һәм Нәргизә Әбделмәнова “Урал батыр” эпосынан өҙөк, Богдан Сәфәрғәлиев “Ай, һай, Салауат” йырын бүләк итте.

- Йәш быуында патриотик, рухи, әхлаҡи тәрбиәне ныҡлап алып барыу маҡсатында, 2020 йылдың 1 авгусынан “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына “Урал батыр мәктәбе” проектын тормошҡа ашыра башланы. Уға республиканың байтаҡ милли мәктәптәре һәм гимназиялары ихлас ҡушылды. Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында уҙғарылған бөгөнгө сара ла ошо проекттың бер йүнәлеше булып тора һәм ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә уҙа. Мәҙәниәтеңде белеү тамырҙарҙы нығытыу тигәнде аңлата. Ә тамырҙар ныҡ булғанда, киләсәк тә ышаныслы. Гимназияла шул тиклем йылы мөхит хакимлыҡ итә, балалар ихлас, алсаҡ, әҙәпле, һаулыҡ һорашалар, матур итеп башҡортса һөйләшәләр. Милли мәктәптәрҙә уҡыған уҡыусылар, ғөмүмән, башҡаларҙан шуныһы менән айырыла. Проекттың төп идеяһы - бөтмәҫ хазина булған “Урал батыр” эпосындағы аманат һүҙҙәре аша йәш быуынға белем, тәрбиә биреү, - тине үҙ сығышында БДУ-ның философия һәм социология факультетының социаль эштәр кафедраһы профессоры, философия фәндәре докторы, “Аҡ тирмә” үҙәге ағзаһы Гүзәл Вилданова.
Гимназия директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина белем усағының эшмәкәрлеге менән таныштырып, был мәктәптә илем, телем тип янған, уҡыусыларға белем генә түгел, ә рухи тәрбиә лә биреүсе уҡытыусылар эшләүен
билдәләне, проектта ихлас ҡатнашыуҙарын билдәләне.

- Гимназиябыҙҙа алып барылған тәрбиә эштәрен проекттың йүнәлештәре менән барлап, сағыштырып, үҙебеҙ өсөн ярашлыһын билдәләп, проектҡа ҡушылырға ҡарар иттек. Беҙ “Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын...” йүнәлешен һайлап, күренекле шәхестәребеҙҙе онотмау, уларҙы хәтерләү һәм улар өлгөһөндә тәрбиә эштәре алып барыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Бөгөн һеҙгә ошо проект сиктәрендә
эшләнгән эштәребеҙҙе күрһәтәбеҙ. Әҙәби мираҫыбыҙ йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреүҙә, милли үҙаңды, йолаларҙы, телде һаҡлауҙа бик күп илһам, көс бирә, ышаныс өҫтәй, - тине Фирҙәүес Әмир ҡыҙы.
Артабан сара үҙ эшен секцияларға бүленеп дауам итте. Ҡунаҡтар өсөн биш секция әҙерләнгәйне.

“Ағинәйҙәр - беҙҙә ҡунаҡта” секцияһында ҡаланың “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы башланғыс класс уҡыусыларын милли йолалар, музыка ҡоралдары менән таныштырҙы. Улай ғына түгел, уларҙа уйнап та күрһәттеләр. Ағинәйҙәр йыр-бейеүҙәре, мәҡәл-йомаҡтары, йор һүҙҙәре менән дә балаларҙың күңелен яуланы.

“Шайморатов - данлы батыр” тип аталған икенсе секцияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Ғайсина данлыҡлы батырыбыҙҙың тормош һәм яу юлы менән ентекле таныштырҙы. Балаларҙың дәрестә әүҙем ҡатнашыуынан уларҙың тарихты яҡшы белеүен төҫмөрләргә була ине. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 1 сентябрҙән гимназияла Шайморатовсылар класын асырға иҫәп тоталар.
Тарих уҡытыусылары Ләйсән Шиһабутдинова һәм Эльвира Хисмәтуллина “Төньяҡ амурҙары” исемле секцияны алып барҙы. “Тылсымлы лампа” ярҙамында боронғо һәм әлеге заман араһында бәйләнеш булдырылып, уҡыусылар 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәре тураһында күпте белде. Ә башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Дәүләтбәкова ойошторған “Батырҙың ғүмере ике” секцияһының төп маҡсаты
булып балаларҙы батыр миҫалында тәрбиәләү торҙо. Батыр ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға уҡыусылар кемуҙарҙан яуап бирҙе, хатта үҙҙәре лә армрестлинг кеүек ҡул көрәшендә көстәрен һынаны.

Рәсем һәм технология уҡытыусыһы Эльвира Ҡазиәхмәтова ҡунаҡтарға үҙенең секцияһында балалар менән кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Был секцияла ҡатнашыусылар ҡул эштәренең күңел йылыһы һалып, сифатлы, оҫта башҡарылыуын билдәләне. Һуңынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, музей етәксеһе Сәүиә Бикмөхәмәтова барыһын да этнография музейына “Ата-бабалар илендә” тип аталған экскурсияға саҡырҙы. 8-се класс уҡыусылары ҡунаҡтарҙы музейҙың булдырылыу тарихы менән таныштырғандан һуң, башҡорттарҙың кәсеп-шөғөлдәре, хужалыҡ әйберҙәре, һауыт- һабалары, башҡорт өйөнөң
йыһазланышы тураһында ентекле һөйләне.

Семинарҙан ҡунаҡтар рухи көс алып, яңы маҡсаттарбилдәләп таралышты.
Сарала ҡатнашыусылар тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.

Сәриә Шәмсетдинова, уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы:
- Миңә “Шайморатов - данлы батыр” секцияһында булырға тура килде. Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә алған белемдәрен нығытты. Уларҙың башҡорт телендә иркен аралашыуҙарын күреп шатланып, һоҡланып, ғорурланып ултырҙыҡ. Асыҡ дәрес балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү йәһәтенән бик отошло булды. Уҡыусылар дәрестә әүҙем ҡатнашты, һорауҙарға аныҡ һәм дөрөҫ яуап бирҙе, Шайморатов тураһында ла киң мәғлүмәтле булыуҙарын иҫбат итте.
Флүрә Кәримова, 20-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы:
- Беҙ “Төньяҡ амурҙары” исемле секцияла ҡатнаштыҡ. Дәрес мауыҡтырғыс булды, уҡыусылар шул тиклем матур итеп әҙерләнгән, тарихты башҡорт һәм рус телдәрендә һөйләнеләр. Бергәләп тарихҡа әйләнеп ҡайттыҡ. Эльвина Байрамғолованың йырҙары күңелдәргә үтеп инде. Ғөмүмән, балалар тарихты ҡыҙыҡһынып өйрәнеүҙәрен күрһәтте.

«Урал батыр» эпосы - бөтмәҫ хазина
«Урал батыр» эпосы - бөтмәҫ хазина
Автор:Дина Галеева
Читайте нас: