газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 09:34

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (16 - 22 май)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (16 - 22 май)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Ҡуҙылар был аҙнала күп нимәгә ирешер. Алдығыҙға оло маҡсаттар ҡуйып, ҡыйыу рәүештә уларға тотона алаһығыҙ. Һаулығығыҙға профилактика кәрәк булыр. Өйҙә ремонт яһау, тәртип булдырыу һеҙгә яҡшы кәйеф бүләк итер.
Буға (21.04-21.05)
Буғалар өсөн был аҙна күңел күтәренкелеге менән үтер. Осор сағыу һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булыр. Матур концерт, тәбиғәттәге ял - барыһы ла һәйбәт булыр. Магазиндарға юлланһағыҙ, кәрәкле әйбәрҙәр алып ҡыуанырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙектәргә күберәк иғтибарҙы йорт эштәренә бүлергә ҡушыла. Быға тиклем ҡалдырылып килгән бурыстар тиҙ хәл ителер. Мәҫәлән, мебель һатып алыуығыҙ мөмкин. Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу хаҡында уйланырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалалалар бик аралашыусанға, ҡыҙыҡһыныусанға әйләнер. Әйтер һүҙегеҙҙе әйтеп барырһығыҙ, яңы белемгә эйә булырһығыҙ. Туғандарығыҙ тәбиғәткә шешлек бешерергә саҡырыр. Икенсе яртығыҙ менән бәхәскә инмәгеҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Һеҙҙең өсөн мәшәҡәтле аҙна булмаҡсы. Эшегеҙ күп булыр, матди һәм финанс һорауҙар күп көсөгөҙҙө һәм ваҡытығыҙҙы алыр. Кәрәк ваҡытта дуҫтарығыҙҙың ярҙамына өмөт итмәгеҙ. Ҡайһы берҙәре менән араларҙы өҙөргә лә кәрәк булыр.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ҡыҙҙар ҡыйыу аҙымдарға барыр, үҙ өҫтәренә ҙур яуаплылыҡ алырға ҡурҡмаҫ. Физик күнекмәләргә тотоноу өсөн уңайлы ваҡыт. Матди хәлегеҙҙең тотороҡланыуын тойорһоғоҙ. Һатып алған әйберҙәрегеҙ оҙаҡ хеҙмәт итер.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үлсәүҙәр күңел һәм физик хәле менән шөғөлләнә башлар. Бигерәк тә һыу процедуралары килешер. Фәлсәфәгә ҡыҙыҡһыныу тыуыр. Уйламағанда ғына сәйәхәткә лә сығып китеүегеҙ ихтимал. Икенсе яртығыҙҙан бүләк алырһығыҙ.
Саян (24.10-22.11)
Яҡын дуҫтарығыҙ менән берҙәм эшкә тотонорһоғоҙ. Ул уңышлы ғына булып барып сығырға тейеш. Яңы тәьҫораттар эҙләп сәфәргә юлланырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ оҙаҡ йылдар һаҡлаған серен асып һалыр.

Уҡсы (23.11-21.12)

Ошо аҙнаға тәғәйенләп ҡоролған барлыҡ пландарығыҙ ҙа тормошҡа ашыр. Эштә лә, шәхси тормошоғоҙҙа ла уңыштар юлдаш булыр. Яратҡан кешегеҙ һеҙгә яңынан ғашиҡ булған кеүек тойолор. Сығымдарығыҙ күбәйеп китер.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтарға донъяға ҡараштарын үҙгәртергә кәңәш ителә. Мәҙәни сараларға барыу, сәфәр сығыу был йәһәттән ярҙам итер. Сәләмәтлекте нығытыу буйынса профилактик саралар ҙа ҡамасауламаҫ. Балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һыуғоярҙар мөхәббәт ялҡынында яныр. Парлылар романтик ялдар ойошторор, яңғыҙҙар икенсе яртыһын осратыр. Эштәге проблемаларығыҙҙы өйгә алып ҡайтмаҫҡа тырышығыҙ. Ял көндәре юлда, ҡунаҡта үтер.

Балыҡ (20.02-20.03)
Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар барлыҡҡа килеү көсөргәнешлек тыуҙырыр. Икенсе яртығыҙҙың һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалыу дөрөҫ булыр. Мираҫҡа бәйле һорауҙар менән шөғөлләнерһегеҙ. Матди хәлегеҙ яҡшы, аҡсағыҙҙы теләгәнсә тотонорһоғоҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: