газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2022, 09:22

Тырыштар ғына үҙ маҡсатына ирешә

Кисә, 13 майҙа, ҡала хакимиәтендә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында еңеүселәрҙе тантаналы тәбрикләнеләр.

Тырыштар ғына үҙ маҡсатына ирешә
Тырыштар ғына үҙ маҡсатына ирешә

Кисә, 13 майҙа, ҡала хакимиәтендә уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында еңеүселәрҙе тантаналы тәбрикләнеләр. Уҡыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡотланы. Шулай уҡ сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева ҡатнашты.

Йыл һайын ошо олимпиада сиктәрендә 21 предмет олимпиадаһы уҙғарыла. Быйыл мәктәп этабында 13949 уҡыусы ҡатнашҡан, уларҙың 2363-ө еңеүсе һәм призер булған. Муниципаль этапта 1655 ҡатнашыусы, 324 еңеүсе һәм призер.Төбәк этаптағы 141 ҡатнашыусынан өсәүһе еңеүсе һәм 60-ы призер булған.Салауат ҡалаһы уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса республикала өсөнсө урынды биләй.

- Ошондай күләмле ярыштарҙа ҡатнашып һеҙ, тәү сиратта, үҙегеҙҙең киләсәгегеҙгә нигеҙ һалаһығыҙ, алдығыҙға маҡсаттар ҡуйып, уларға ирешергә өйрәнәһегеҙ.Һөҙөмтәләр буйынса Салауат ҡалаһының республикала өсөнсө булыуы ла ҡалала тотош мәғариф системаһының уңышлы эшләүе тураһында һөйләй. Ирешелгәндә туҡталып ҡалмаҫҡа, киләсәктә лә һәр уҡыусының һәләтен асыу өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн күп көс һалған остаздарға ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙ уларға ышанаһығыҙ, һәр ваҡыт терәк һәм таяныс булып тораһығыҙ. Ҡала, республика һәм тотош илебеҙ хаҡына артабан да уңыштар, ҡаҙаныштар теләйем, - тине үҙ сығышында Игорь Миронов.

Олимпиаданың төбәк этабында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса быйыл 1-се лицей юғары һөҙөмтә күрһәткән – 1 еңеүсе һәм 25 призер. Улар ҡалала 1-се урынды биләй.

Данис Бохараев - ошо белем усағы уҡыусыһы:

- Башланғыс кластан алып төрлө олимиадаларҙа ҡатнашам. Гагарин Кубогы һәм уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы айырыуса күңелгә яҡын. Физика һәм химия фәндәре оҡшай. Тап улар буйынса иң юғары уңыштарға ирештем. Әлегә ниндәй һөнәр алырға теләүемде аныҡ ҡына әйтә алмаһам да, киләсәгемде фән менән бәйләргә иҫәп тотам, - ти тырыш егет.

Олимпиаданың төбәк этабында ҡатнашыу һөҙөмтәлелеге буйынса 1-се гимназия икенсе урынды яулай – 1 еңеүсе һәм 17 призер. 2-се гимназия өсөнсө урында – 8 призер.

Әлиә Иркәбаева 1-се гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы, әҙәбиәт һәм география буйынса призер:

- Башланғыс кластарҙан алып олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашам. Айырыуса география менән тәрән шөғөлләнәм һәм киләсәгемде лә ошо йүнәлеш менән бәйләргә ниәт итәм. БДИ буйынса ла географияны һайланым, - ти Әлиә.

Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында  21-се мәктәп беренсе урында килә.

Владислав Баһаутдинов, физика буйынса призер.

- Етенсе кластан алып физика буйынса олимпиаданың төбәк этабында ҡатнашам, призлы урындар яулайым. Юғары уҡыу йортонда ла тап ошо йүнәлеш буйынса уҡыуымды дауам итергә уйлайым, - ти ул.

2-се урында – 24-се мәктәп, уларҙа өс призер.

21-се, 24-се, 4-се, 22-се, 23-сө мәктәптәр, 25-се башҡорт гимназияһы һәм 8-се лицей уҡыусыларын да бүләкләнеләр.

Азалия Ситдиҡова 25-се башҡорт гимназияһында 10-сы класта уҡый.

- Олимпиадала башланғыс кластан алып ҡатнашам. Һәр йыл мәктәбемдең намыҫын яҡлап төрлө конкурстарҙа сығыш яһайым. Башлыса, рус теле, экология, биология фәндәренән ҡатнашам, муниципаль этапта ла улар буйынса призлы урындарға өлгәшәм. Олимпиадаларҙа үҙ көсөмдө гуманитар фәндәр буйынса һынаһам да, киләсәктә белемемде техниек белгеслек буйынса дауам итергә уйлайым, - ти Азалия.

Был көндө уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы ла билдәләп үттеләр, уларға Мәғариф һәм фән министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

 

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: