газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2022, 16:26

Йыр һәм сафта йөрөү смотры

Йолаға әйләнгән сарала быйыл ҡаланың бөтә мәктәптәре, гимназиялары һәм лицейҙары ҡатнашты тиерлек.

Йыр һәм сафта йөрөү смотры
Йыр һәм сафта йөрөү смотры

Йолаға әйләнгән сарала быйыл ҡаланың бөтә мәктәптәре, гимназиялары һәм лицейҙары ҡатнашты тиерлек.
Патриотик акция, ғәҙәттәгесә, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадионда уҙҙы. Командаларҙы бер нисә критерийҙар буйынса баһаланылар.
Тәүгеләрҙән булып 2-се кадет мәктәбе уҡыусылары сығыш яһаны. Уларҙан һуң - 22-се урта мәктәп вәкилдәре. Взвод командиры Камил Кәлимуллин бурыстарын яҡшы башҡарҙы.
- Миңә 16 йәш, 10-сы класта уҡыйым. Командир ролендә тәүгә. 24 уҡыусыны ойоштороу ҡатмарлыраҡ булды. Тәүҙә бик тыңламанылар, һуңынан тиҙҙән сығыш яһарға икәнлеген аңлап, эштәр көйгә китте. Бик ҡәнәғәтмен, егеттәр шәп әҙерләнде, - ти ул.
Йыр репертуарында, ғәҙәттәгесә, «Катюша» йыры алда барҙы, 17-се мәктәп уҡыусылары «Шайморатов генерал», 8-се лицейҙыҡылар «Изге һуғыш», 22-се мәктәп уҡыусылары «Рәсәйгә хеҙмәт итергә яҙҙы» йырҙары менән уҙҙы.
Парад командующийы Шамил Ғәлләмов тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Ҡатнашыусыларға, афарин, тип әйтергә генә ҡала. Сафта йөрөй беләләр, айырыуса взвод командирҙары тырыша. Уларға хәрби-спорт акцияларында йышыраҡ ҡатнашырға кәрәк. Уҡыу йорттары директорҙарының уҡыусыларҙы форма кейеме менән тәьмин итеүҙәре ҡыуаныслы. 21-се мәктәптең сығышы оҡшаны. 17-се мәктәптекеләр ҙә айырылып торҙо, - тине ул.
Бына һөҙөмтәләрҙе иғлан итергә ваҡыт етте. Ҡыҙҙар араһында Софья Процко (18-се мәктәп), егеттәр араһында Дмитрий Ҡотлогилдин (17-се мәктәп) иң яҡшы взвод командиры тип танылды.
21-се мәктәп вәкилдәре өсөнсө урынға сыҡты, икенсе урын 18-се мәктәпкә бирелде, 22-се мәктәп хаҡлы рәүештә 1-се урынға лайыҡ тип танылды. Бөтә командалар ҙа дипломдар һәм татлы приздар, сертификаттар менән бүләкләнде. Еңеүсе команда «Максим» робот-тренажерын алды, икенсе урынға - тулы туристик ҡорамал комплекты, өсөнсөгә АК-74 Калашников автоматының макеты тапшырылды.

Зәбир ИСЛАМОВ фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: