газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2022, 07:08

Паркта уҙҙы ҙур байрам

Кисә, 7 майҙа, ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркы гөрләне.

Паркта уҙҙы ҙур байрам
Паркта уҙҙы ҙур байрам

 

Кисә, 7 майҙа, ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркы гөрләне. Ингән ерҙә үк балалар һүрәттәре күргәҙмәһе, аҙ ғына арыраҡ – ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолғайны. Үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре китаптар күргәҙмәһен тәҡдим итте.  

- Ҡалала уҙғарылған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Бөгөн дә ситтә ҡалманыҡ. Барыһы ла яратып өлгөргән “Буккроссинг” акцияһын да уҙғарабыҙ. Унда хатта китапхананың фондында булмаған китаптар тәҡдим ителә. Китаптарҙы беҙгә китап уҡыусылар алып килә. Балалар өсөн уйындар ойошторолдо. Шулай уҡ әкиәт геройҙары менән фотоға төшөргә лә мөмкин. Балалар ихласлап ҡатнаша, уларға барыһы ла оҡшай, - ти үҙәк китапхананың баш методисы Евгения Поворотова.

Техник ижад һарайы ла балаларға ике уйын майҙансығы әҙерләгән: самокатта һәм велосипедта фигуралы йөрөү.

- Практик өлөшкә төшөр алдынан балалар теоретик белемдәрен дә һынай. Үҙҙәренә күрә “имтихан” бирәләр. Был майҙансыҡтарҙа балалар һәр ваҡыт теләп ҡатнаша. Самокаттар һәм “Күңелле светофор” аппарат-программа комплексы грант буйынса алынды. Балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү бик мөһим, - тип һөйләй үҙәктең методисы Мария Фәйезова.

Спорт берләшмәләре, мәктәптәре һәм секциялары янынан да кеше өҙөлмәне. Кемдер кубоктар һәм спорт инвентарҙәре менән ҡыҙыҡһынды, бәғзеләре киләсәктә ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнәсәген хәл итте.

- Бөгөн үҙебеҙҙең спорт төрөн күрһәтергә килдек. Балалар ҡыҙҡыһына, һораша, - ти Салауат ҡалаһы спорт мәктәбенең баскетбол буйынса тренеры Резеда Кофонова.

Был көндө ГТО нормативтарын да тапшырырға мөмкин ине. Сабина Ғәниева 1 класта ғына уҡыһа ла, үҙ көсөн һынап ҡарарға булған.

- ГТО тураһында атайым һөйләне, минең дә унда ҡатнашҡым килеп китте. Үҙем акробатика менән шөғөлләнәм. Тапшырған бар төрҙәрҙән дә яҡшы һөҙөмтәгә ирештем. Оҙонлоҡҡа һикереү генә бер аҙ ҡамарлыраҡ булды, - ти Сабина.

Был көндө парктың өсөнсө “йөрәге” барлыҡҡа килде. Тәүге экологик арт-объект күптән түгел Ағиҙел йылғаһы буйында барлыҡҡа килгәйне. Проектты ойоштороусылар – Тормош Аҙығы Хәйриә фонды етәксеһе Альбина Зиннәтуллина һәм фондтың экологик йүнәлеш етәксеһе Наталия Шляпкина.

- Арт-объект пластик ҡапҡастарҙы йыйыуға тәғәйенләнгән. Был ҡала халҡын сүп-сарҙы айырым йыйырға өйрәтә, балаларға экологик тәрбиә биреү йәһәтенән ҙур роль уйнай. Ҡапҡастар һуңынан эшкәртелеүгә ебәрелә, йыйылған аҡсалар хәйриә эшенә йүнәлтелә, - ти проектты булдырыусылар.  

Байрам менән ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡотланы.

- Барлыҡ ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайым. Ҡалабыҙ йылдан-йыл матурлана таҙара, күркәмләнә бара. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға ҡаланы төҙөкләндереүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Яҡшы кәйеф, именлек теләйем, - тине ул үҙ сығышында.

Ул көндө паркта Бөйөк Еңеүҙең 77  йыллығына арналған еңел эстафета ла уғҙарылды. Унда дөйөм, урта һәм юғары белем биреү учреждениеларынан, предприятие һәм ойошмаларҙан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡала башлығы эстафетала еңеүселәрҙе лә ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.

Урта һәм юғары белем биреү учреждениелары араһында ӨДНТУ-ның Салауат филиалы командаһы беренсе урынды яуланы.

- Ярыштарҙа ҡатнашыуыбыҙ тәүгә түгел, бытыр икенсе урын алғанйыҡ, быйыл алдынғылыҡты бирмәнек. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Бындай саралар бер-берең менән яҡындараҡ осрашыу, аралашыу мөмкинлеге бирә, - ти еңеүсе команда.

Сәхнә ҡаланың ижади коллективтарының сығышынан өҙөлмәне. Уларға ҡушылып йыйылыусылар ҙа йырланы, бейене.

Кешеләрҙең йылмайыуынан, күңелле тауыштарынан сара оҡшауын төҫмөрләргә була ине.

Гөлшат Тимерәйева байрамға улдары Асҡар һәм Рамзан менән килгән.

- Көн матур, ҡояш йылмая, кәйефтәр ҙә күтәренке. Оло улым ‘Самрау” бейеү ансамблендә сығыш яһаны, төрлө майҙансыҡтарҙа булдыҡ. Балаларға бик оҡшай, - ти әсә.

Рәхмәтуллиндар сараға ғаиләһе менән килгән.

- Ниһайәт, оҙайлы ҡыштан, унан бигерәк пандемиянан һуң ғаиләбеҙ менән бергәләп ошондай байрамға сыҡтыҡ. Һуңғараҡ килһәк тә, бөтә ергә лә өлгөрҙөк. ГТО нормативтарын да тапшыҙыҡ, концерт та ҡараныҡ. Ҡалабыҙҙың ижади коллективтары матур сығыштарын бүләк итте. Ошондай саралар күберәк ойошторолһон ине, - ти улар.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: