газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2022, 11:27

Аяҙ күк йөҙө өсөн рәхмәт!

Ҡалала “Ветеран йорто алдында парад” патриотик акцияһы уҙҙы.

Аяҙ күк йөҙө өсөн рәхмәт!
Аяҙ күк йөҙө өсөн рәхмәт!

Ҡалала “Ветеран йорто алдында парад” патриотик акцияһы уҙҙы.

Иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Петр Баскаковты ҡотланылар. Ветеранды армияға 1943 йылдың ғинуарында алалар, 1950 йылда демоблизациялана. I Балтик буйы фронтында махсус тәғәйенләнештәге батальонда сапер булып хеҙмәт итә. Немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша, Көнсығыш Пруссияла алыша, Берлинға тиклем барып етә.

Ветеран алдында урындағы бүлексәнең йәш армеецтары тантаналы марш менән үтте. “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенең Рауил Хәкимов етәкселегендәге “Беҙҙең театр” театраль коллективы һәм “Надежда” ансамбле сығыш яһаны. Улар һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙы.

Петр Баскаковты ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы урынбаары Тимур Хафизов килгәйне.

- Был - илебеҙҙәге иң тулҡынландырғыс байрам. Төбәк Башлығы, ҡала хакимиәте башлығы исеменән Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйем, алығыҙҙа баш эйәбеҙ, - тине ул үҙ сығышында.

Уның ҡотлауҙарына ҡала Советы депутаты Илдар Ханмурзин да ҡушылды.

- Беҙ тыныс, имен тормошта йәшәһен өсөн дошман менән йәнегеҙҙе аямай көрәшкәнһегеҙ. Һеҙгә ҡарайым да, үҙемдең олатайымды иҫкә төшөрәм. 60 йылдан ашыу уның ҡайҙа ятҡанын белмәнек. Былтыр ғына уның ҡәберен Петербург янында таптым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Беҙ һеҙҙе мөмкин тиклем ҡәҙерләп, ихтирам күрһәтергә тейешбеҙ. Депутат корпусы һәм бөтә ҡала халҡы исеменән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, именлек теләйем, - тине Илдар Ханмурзин.

- Ҡала хакимиәтенә атайыбыҙҙы онотмағандары, уға ихтирам күрһәткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бер ваҡытта ла үтенесебеҙе кире ҡаҡҡандары юҡ, - ти ветерандың кесе улы Михаил Баскаков һәм уның хәлә ефете Наталья Николаевна.

Артабан байрамды ойоштороусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сергей Таракановтың йортона юлланды. Унда ла шулай уҡ концерт программаһы күрһәтелде. Өҫтәүенә, музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Данияр Саттаров та ветеранға музыкаль бүләк әҙерләгәйне.

  • Һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙ арҡаһында тыныс, имен тормошта йәшәйбеҙ. Киләсәк быуын һәм илебеҙ именлеге өсөн ҡылған батырлыҡтарығыҙ алдында баш эйәбеҙ, - тине ҡотлау телмәрендә ҡала хакимиәтенең эштәр башҡарыусыһы Семен Евграфов. Уның һүҙҙәренә ҡала Советы депутаты Лилиә Алапаева  ла ҡушылып, ветеранға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне.
  • Бындай парад икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл байрам ныҡ ойошҡан рәүештә үткәрелде. Концерт программаһы ла бик шәп, сарала ҡатнашыусылар һаны ла күберәк. Быларҙы күреп, күҙҙәребеҙгә йәш тығылды. Атайыбыҙҙы онотмағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ул бит беҙгә яҡты киләсәк бүләк иткән. Ниҙәр генә кисерергә тура килмәгән уға һуғышта, күҙ алдында күпме иптәштәрен юҡалтҡан. 18 йәшлек кенә егеткә быларҙы кисереү еүел бирелмәгәндер, - ти ветерандың улы Евгений Тараканов.

Сергей  Васильевич үҙе Ишембай районы Верхотор ауылынан. Армияға 1944 йылда саҡыралар.

- Тәүҙә Ырымбурҙа уҡыу үттек. Һуңынан беҙҙе Һартыуға бүлеү пунктына ебәрҙеләр, аҙаҡ Украинаға оҙаттылар. Беҙ фронтҡа хәрби йөктәрҙе оҙатып йөрөнөк, күпме вагондар шартланы, хәтерләүҙән генә тәндәр зымбырлап китә. Ғүмерҙең һәр минуты ҡыл өҫтөндә булды.Тыуған йортома 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайттым, - ти ветеран.

Салауатта тәүҙә ул төҙөүсе булып эшләй – барактар төҙөй, һуңынан хеҙмәт эшмәкәрлеге тулыһынса комбинат менән бәйле була. Эш стажы 40  йыл тәшкил итә. Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер ейәндәре, бүләләре шатландыра олатайҙарын. Хәләле менән 68 йыл бергә татыу ғүмер кисергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше ике йыл элек яҡты донъяларҙан китеп бара. Сергей Васильевич, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бирешмәй, яңғыҙы йәшәй, йорт эштәрен дә үҙе башҡара. Балалары, ейәндәре лә иғтибарҙан ташламай. Һәр иртә паркка сыҡып саф һауала йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған.

Артабан ҡотлау өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡаланың Почетлы гражданы Таис Колышевҡа юлландылар. Тантанала ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡанашты.

- Тәнен, йәнен аямай, илебеҙ киләсәге өсөн көрәшкән һәр-берегеҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ теләйбеҙ. Ветерандарҙың йылдан-йыл һирәгәйеүе йәнде әрнетә. Шуға күрә һәр ҡайһыбыҙ уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә, ихтирам күрһәтергә тейешбеҙ. Хөрмәтле Таис Ғөбәй улы, һеҙ – һуғыш ветераны ғына түгел, ә ҡалабыҙҙың Почетлы гражданы, ҡала тормошона битараф булмаған әүҙем кешеләрҙең береһе. Һеҙ – илебеҙҙең, ҡалабыҙҙың ысын патриоты.Ныҡлы һаулыҡ һеҙгә, именлек, - тине Игорь Геннадьевич үҙ сығышында.  

Ул көндө ветеран  Зәкиулла Әхмәтзакир улы Ғөбәйҙуллиндың йорто ихатаһы алдында ла байрам кәйефе һиҙелә ине. Уның алдында ла ҡаланың ижади коллективтары сығыш яһаны.

- Башҡа һуғыш булмаһын, йәш быуын был фажиғәне бер ҡасан да күрмәһен ине. Барыһына ла именлек теләйбеҙ. Атайыбыҙҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағандары өсөн рәхмәт, - ти ветерандың ҡыҙы Миңлегөл Ғөбәйҙуллина.

Ветеран да иғтибарҙары, ихтирамдары өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте.

Татьяна Антоновна Гаштованың йорто алдында ла кеше ҡайнай ине. Уны ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова килгәйне.

- 9 май - иң тулҡынландырғыс һәм мөһим байрамдарҙың береһе. Тыныс, имен тормошта йәшәүеүебеҙ өсөн алдығыҙҙа бурыслыбыҙ, хөрмәтле ветерандар. Баш осонда мәңге аяҙ күк йөҙө булһын, ҡояш балҡып торһон.

Ҡотлау һүҙҙәренә ҡала Советы депутаты Рөстәм Юлтимеров та ҡушылып, сәләмәтлек, бәхет, именлек теләне.

Татьяна Антоновна алдында матур концерт күрһәттеләр, балалар музыка мәктәбенең “Йондоҙсоҡтар” ансамбле лә үҙ сығышын бүләк итте.

Бөтә ветерандарға ла иҫтәлекле бүләктәр, гөлләмәләр тапшырылды. Һәр концерт “Еңеү көнө” йыры менән тамамланды.

Шулай уҡ ветерандар Василий Алексеевич Спасенков, Варвара Ивановна Бегун, Петр Матвеевич Лысиков, Никифор Игнатьевич Елисеев, Андрей Сергеевич Снадин,Иван Гаврилович Ефременко, Николай Павлович Зебров та иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: