Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2022, 09:47

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (2 -8 май)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (2 -8 май)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аныҡ маҡсат ҡуймайынса бер эшкә лә тотонмағыҙ. Һаулығығыҙға ҡарата айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн уңайлы ваҡыт. Һөйгәнегеҙ менән аралар һыуыныр.
Буға (21.04 – 21.05)
Миһырбанлы булыуығыҙ менән тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын үҙегеҙгә тартырһығыҙ. Сит кеше проблемалары менән генә йәшәмәгеҙ, үҙегеҙ тураһында ла онотмағыҙ. Шәмбе бер кем менән дә бәхәскә инмәгеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Эш урынында тәртип булдырығыҙ. Алыҫ сәйәхәт уңыш килтерер. Яҡшы хәбәр алып ҡыуанырһығыҙ. Йортоғоҙҙа ремонт башламай тороғоҙ. Шәмбе көндө концертҡа, йә булмаһа күргәҙмәгә барығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна, дөйөм алғанда, уңышлы килмәксе. Партнерҙарығыҙ менән мөнәсәбәттәр яҡшырыр. Күптән уйлап йөрөгән проекттарығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Үҙегеҙҙә яңы талант асылыр. Хроник ауырыуҙарығыҙ ҡуҙғыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ижади идеяларығыҙ күп булыр. Әммә төп эшегеҙ барлығын да онотмағыҙ. Үтәй алмаҫтай вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында кәйефегеҙ күтәренке булыр. Ялдарҙа үҙегеҙҙе үҙенсәлекле ризыҡ менән һыйлағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡаршылыҡтарҙы еңергә үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ ярҙам итер. Көтмәгән ерҙән аҡса килер. Ялдарҙы һөйгәнегеҙ менән бергә уҙғарығыҙ, юғиһә, көнләшеү өсөн сәбәп табылыр. Серегеҙҙе бер кемгә лә һөйләмәгеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Үткер аҡылығыҙ, зирәклегегеҙ тирә-йүндәгеләрҙә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырыр. Яҡындарығыҙ менән күңелле осрашыу көтә. Тормош иптәшегеҙ менән менән аралар ышаныслы.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙнаның тәүге яртыһында ваҡытығыҙҙы шау-шыулы компанияларҙа үткәрмәгеҙ, юғиһә, юҡтан тауыш сығыр. Сәләмәтлегегеҙ тураһында хәстәрлек күрә башларға ваҡыт. Өйөгөҙҙә иҫке әйберҙәрҙе тотмағыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барырһығыҙ. Тик кешегә ҡаты бәрелмәгеҙ, шик ҡалдырыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ. Балаларығыҙға иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Һөйгәнегеҙ һеҙгә ҡарата мөхәббәтен белдереп торор.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башында эштә конфликтлы хәлдәр килеп тыуыуы бар, бирешмәгеҙ, үҙегеҙҙе түбәнһетеүгә юл ҡуймағыҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр кесаҙна ғына көйләнер. Дуҫтарығыҙҙың ярҙамына мохтаж  булырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Етәкселек менән һүҙгә килешеү насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Осло, үткер әйберҙәр менән файҙаланғанда иғтибарлы булығыҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ юҡ, микрозаемдар менән булышмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ымһындырғыс тәҡдимдәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Эш урынын алыштырыу өсөн әлегә уңай мәл түгел. Финанс хәлегеҙ яйлап көйләнер. Ғаиләлеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте ҡатмарлашыр. Тамаҡ ауырыуҙары яфалап аптыратыр.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: