газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель 2022, 11:23

Парк йәме - аҡҡоштар

Салауаттар үҙ итеп өлгөргән һәм ҡаланың тере символына әйләнгән аҡҡоштар һәм өйрәктәр мәҙәниәт һәм ял паркына әйләнеп ҡайтты.

Парк йәме - аҡҡоштар
Парк йәме - аҡҡоштар

Салауаттар үҙ итеп өлгөргән һәм ҡаланың тере символына әйләнгән аҡҡоштар һәм өйрәктәр мәҙәниәт һәм ял паркына әйләнеп ҡайтты.Хәҙер улар көҙгә тиклем паркта ял итеүселәрҙе шатландырасаҡ. Паркта ысын байрам мөхите хакимлыҡ итә ине. Ҡоштар тейәлгән машинаны олоһо ла, кесеһе лә көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Айырыуса балалар шат ине. Ситлекте асыу менән оҙон муйынлы, зифа буйлы ғорур аҡҡоштар һыуға сумды, тирә-яҡҡа һыу сәсрәтеп рәхәтләнеп йөҙҙө, ҡанаттарын ҡаҡты, ҡыуанышып ҡаңҡылдашты. Өйрәктәр ҙә уларҙан ҡалышманы. Ғәжәйеп бер күренеш ине был.
- Ҡоштар йылытылған бинала ҡышланы. Уларға иген ҡатышмаһы ашаттыҡ, витаминдар комплексы бирҙек. Аҡҡоштарға теләһә ниндәй аҙыҡ бирергә ярамай. Айырыуса арыш икмәге, ҡаты, иҫке икмәк уларҙың ашҡаҙан-эсәк трактына зыян килтерә. Ә бына ике инә өйрәктең береһе генә әйләнеп ҡайтты. Икенсеһе йомортҡа баҫа. Әммә өйрәк бәпкәләр сығарған хәлдә лә, беҙ уларҙы быуаға ебәрмәйәсәкбеҙ. Сөнки бында улар өсөн шарттар ауыр, аҡҡоштарҙың уларҙы ҡыйырһытыуы ла бар. Һыу кәмегән осраҡта бәләкәстәргә ҡоро ергә сығыуы ҡыйын буласаҡ. Шуға уларҙы үҫкәнсе үҙебеҙҙә тотасаҡбыҙ, - тип һөйләй Салауат аҡҡоштарының ҡышлау мәсьәләһе менән шөғөлләнгән «Мазай» хеҙмәте етәксеһе Олег Казанцев.
Ҡала халҡының шатлығын уртаҡлашырға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та килгәйне. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, былтыр ҡала башлығы Ҡала көнөнә парктағы быуаға аҡҡоштар ебәрергә вәғәҙәләгәйне. Вәғәҙә - иман, аҡҡоштар хәҙер - парктың йәме.
Әммә паркка аҡҡоштар икәүләшеп түгел, ә өсәүләшеп әйләнеп ҡайттылар. Улар менән бер “ҡунаҡ” та бар ине. Баҡтиһәң, көҙөн үҫмер ҡыр аҡҡошо күпергә бәрелеп, ҡанатын һындырған булған. Уны ҡотҡарыусылар табып алып, йылыға индергән һәм һуңынан Олег Казанцевтың командаһына тапшырған. Улары, үҙ сиратында, аҡҡошто дауалап, беҙҙекеләр янына ҡушҡан. Улар татыу, берҙәм йәшәгән, мөнәсәбәттәрҙә бер ниндәй ҡатмарлыҡтар ҙа тыумаған. Ҡыр аҡҡошо һуңғараҡ нисек хәл итер - быныһын инде ваҡыт күрһәтер. Бәлки, осоп китер, бәлки, уға ярҙам күрһәткән урында, үҙен һыйындырған ғаиләлә ҡалыуҙы хуп күрер.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: