газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2022, 15:39

Диктант яҙҙыҡ, белемдәрҙе тикшерҙек

Бөгөн, 23 апрелдә, "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022" акцияһы уҙҙы. Беҙҙең ҡалала диктант яҙыу майҙансығы итеп 25-се башҡорт гимназияһы һайланды.

Диктант яҙҙыҡ, белемдәрҙе тикшерҙек
Диктант яҙҙыҡ, белемдәрҙе тикшерҙек

Бөгөн, 23 апрелдә, "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022" акцияһы уҙҙы. Беҙҙең ҡалала диктант яҙыу майҙансығы итеп 25-се башҡорт гимназияһы һайланды.

- Ҡалалағы балаларға башҡорт телендә белем биргән берҙән-бер белем усағы булараҡ, башҡорт телендә диктантты беҙҙә яҙыу изге йолаға әүерелде. Бөгөн дә килеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡабул итәбеҙ. Диктант яҙыуҙа үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ ҙа күп ҡатнаша, - ти гимназия директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина.

- Ҡалабыҙҙа бына тағы сираттағы башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтә. Үткән йылғы пандемия менән бәйле сикләүҙәрҙән һуң, хәҙер инде беҙҙең яратып көтөп алған сарабыҙ, тағы ла күләмлерәк, йәнлерәк үтә. Диктант яҙыуҙа төп майҙансыҡ итеп Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы билдәләнде. Диктант өс кимәлдә яҙыла: башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн һәм төнъяҡ-көнбайыш диалектында. Текстар йөкмәткеһе менән 2022 йылдағы иҫтәлекле даталарға арналған: Рәми Ғариповтың 90 йыллығына, 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына һәм Муса Гәрәевтың 100 йыллығына, - ти ҡаланың уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы Сәриә Шәмсетдинова.

Текстарҙы Салауат башҡорт дәүләт драма театры актерҙары: Башҡортостандың халыҡ артистары Фәтих Ҡолһарин, Нәүфилә Яҡупова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин уҡыны.

Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: