Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2022, 11:55

«Бөтә эштәр контролдә тотоласаҡ...”

2021 йылдың көҙөндә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Пархоменко урамындағы юл участкаһы ремонтланды. Уны төҙөкләндереү менән «БашАльянсТөҙөлөш» подряд ойошмаһы шөғөлләнде. 19 апрелдә Технадзор вәкилдәре ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, подряд ойошмаһы менән берлектә ҡышҡы осорҙан һуң юлдың торошон тикшерергә сыҡты.

«Бөтә эштәр контролдә тотоласаҡ...”
«Бөтә эштәр контролдә тотоласаҡ...”

Комиссия ағзалары юлдарҙы ҡарағандан һуң ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе асыҡланы, уларҙы подрядсы билдәләнгән ваҡытта төҙәтергә тейеш. Әйтергә кәрәк, юлдарҙы ремонтлау буйынса бөтә эштәр гарантия шарттары буйынса башҡарыласаҡ.

– Социаль селтәрҙәрҙән юлдарҙағы проблемалар тураһында беләбеҙ, үҙебеҙ тикшереп сығабыҙ, бөтә етешһеҙлектәргә акт төҙөп, подряд ойошмаларына дәғүәләр ебәрәбеҙ. Ошоға бәйле ниндәй юл участкаларында, ниндәй етешһеҙлектәр булыуын күрһәтеү өсөн бөгөн комиссия менән сығырға ҡарар иттек. Пархоменко урамындағы асфальттың боҙолоуы төп етешһеҙлек булып һанала, шулай уҡ ҡоҙоҡтар менән дә проблемалар осрай. Подряд ойошмаһы эштәрҙе башҡарыу ваҡытын һуҙғанға күрә, һауа шарттары юлдың сифатына йоғонто яһаған. Бөтә эштәр контролдә тотоласаҡ, – тип һөйләне юл хужалығы бүлеге начальнигы Антон Яковлев.

Бынан тыш, комиссия һәм Игорь Миронов Ленинград һәм Урман паркы урамдарындағы юл участкаларына барҙы. Уларҙы ремонтлау һәм төҙөү менән шулай уҡ «БашАльянсТөҙөлөш» ойошмаһы шөғөлләнгән.

– Эштәр ҡышҡы осорҙа башҡарылғанға күрә, Урман паркы урамында ла бер нисә иҫкәрмә бар. Яҡын арала етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү процесын башлаясаҡбыҙ. Төҙөлөшкә килешеү бар, ҡайһы бер элементтарға тейешле гарантия ғәмәлдә, бөтә ремонт эштәре ошо гарантия сиктәрендә башҡарыласаҡ. Ленинград урамы буйынса эштәрҙе ремонт планында башҡарғайныҡ, ҡоҙоҡтар, асфальт-бетон япмаһы, яһалма тигеҙһеҙлектәр буйынса иҫкәрмәләр асыҡланды. Бөгөн бригада урында, был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү менән шөғөлләнә, – тип һөйләне «БашАльянсТөҙөлөш» йәмғиәте директоры Андрей Пролипото.

 

Автор фотоһы.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас: