Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2022, 17:02

Аҡҡоштар паркка әйләнеп ҡайта

Иртәгә, 22 апрелдә, киске сәғәт 5-тә салауаттар үҙ итеп өлгөргән һәм ҡаланың тере символына әйләнгән аҡҡоштар һәм өйрәктәр мәҙәниәт һәм ял паркына әйләнеп ҡайта. Улар менән тағы бер ҡунаҡ бар...

Баҡтиһәң, көҙөн үҫмер ҡыр аҡҡошо күпергә бәрелеп, ҡанатын һындырған булған. Уға салауат аҡҡоштарының ҡышлау мәсьәләһе менән шөғөлләнгән «Мазай» хеҙмәте етәксеһе Олег Казанцев ярҙамға килгән. Аҡҡошто дауалағандан һуң уны беҙҙекеләр янына ебәргән һәм улар дуҫлашҡан. Быуаға улар өсәүләп әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә һуңынан ҡыр аҡҡошо нисек хәл итер - быныһын инде ваҡыт күрһәтер. Бәлки, осоп китер, шулай булған осраҡта ла үҙ ҡанаты аҫтына алған аҡҡош ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайтыуы ла бик ихтимал.

Гөлнара Асҡарова фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: