Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2022, 17:22

Батыр даны онотолмай

1-се лицейҙа ошо белем усағын тамамлаған Александр Мичуринға мемориаль таҡта асылды.

Батыр даны онотолмай
Батыр даны онотолмай

1-се лицейҙа ошо белем усағын тамамлаған Александр Мичуринға мемориаль таҡта асылды.

Тантаналы сарала Афғанстандағы, Чечнялағы һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, диңгеҙселәр, йәш армеецтар, лицей уҡыусылары һәм Александр Мичуриндың ата-әсәһе ҡатнашты.
- Был изге эште ойоштороусыларға рәхмәт белдереү өсөн һүҙҙәр ҙә таба алмайым. Саша тормошто яратты, ата-әсәһен ихтирам итте, көсһөҙҙәрҙе һәр ваҡыт яҡлашты, ғәҙеллек өсөн көрәште. Армияла ла йәш матросты яҡлап һәләк булды, - тип һөйләне тулҡынланып Александрҙың әсәһе Людмила Александровна.
Мемориаль таҡтаны урынлаштырыуҙа ҡала Советы депутаты Сергей Данилов ярҙам иткән, ә таш эшкәртеү оҫтаһы Артем Будаков уны бушлай эшләгән.
Мемориаль таҡтаны тантаналы асыу хоҡуғы Артем Будаковҡа һәм Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙселәр йыйынының Салауат филиалы рәйесе Владислав Михайловҡа бирелде. Унда Александр Мичуриндың портреты янында ошондай яҙыу тора: «Үҙ бурысын үтәгән диңгеҙселәргә мәңгелек дан! Был мәктәптә 1978 - 1987 йылдарҙа 1 статья лейтенанты, Тымыҡ океан флотының «Маршал Неделин» УАП БЧ-Р КИК операторы Александр Мичурин уҡыған. 1992 йылдың 9 декабрендә Владивостокта хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған. Үлгәндән һуң өсөнсө дәрәжәле «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән».
- Беҙ бер ихатала үҫтек, спорт менән шөғөлләндек. Хеҙмәткә бергә саҡырылдыҡ, хәрби частар Владивосток ҡалаһында бер-береһе менән йәнәш кенә урынлашҡайны. Утыҙ йыл үтте, ә дуҫым тураһындағы иҫтәлек онотолмай. Саша бөтәһе өсөн дә өлгө булды, һәр кешегә ярҙамға килергә әҙер ине. Шулай уҡ намыҫ менән хеҙмәт итте, командованиела яҡшы иҫәптә булды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Александр Мичуриндың дуҫы Александр Голов.
Мичурин Александр Степанович 1971 йылдың 22 декабрендә Салауатта тыуған. 1978 - 1987 йылдарҙа 12-се урта мәктәптә, 1987 - 1991 йылдарҙа 35-се һөнәрселек училищеһында уҡыған. 1991 йылда «Салауатнефтемаш» йәмғиәтенә эшкә ҡабул ителә. Шул уҡ йылды Ҡораллы Көстәр сафына алына, Владивостоктағы Тымыҡ океан флотының «Маршал Неделин» үлсәү комплексының кораблендә 20252-се хәрби часта хеҙмәт итә. 1992 йылдың 9 декабрендә этник-ара конфликт барышында ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, иптәшенең ғүмерен ҡотҡарып һәләк була. Үлгәндән һуң өсөнсө дәрәжәле «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Әлеге ваҡытта Салауатта уның ата-әсәһе Людмила Александровна һәм Степан Тимофеевич, апаһы Ольга йәшәй.

Зәбир ИСЛАМОВ фотоһы. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: