газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2022, 09:13

Иҫкеләре урынына - яңыһы

Ҡалалағы ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙарҙың күбеһенең файҙаланыу ваҡыты үткән. Уларҙы алыштырыу талап ителә. Был йүнәлештә ҡалала эштәр бара. 

Иҫкеләре урынына - яңыһы
Иҫкеләре урынына - яңыһы

Ҡалалағы ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙарҙың күбеһенең файҙаланыу ваҡыты үткән. Уларҙы алыштырыу талап ителә. Был йүнәлештә ҡалала эштәр бара. Уҙған аҙна «Эко-сити» ҡала өсөн 250
евроконтейнер алып ҡайтты. Уларҙы алыштырыу башланды. Островский урамының 34-се йорто янындағы майҙансыҡҡа ла заманса сүп-сар йыйыу һауыттары ҡуйылды һәм ул бөтөнләй икенсе төҫ алды.
- Контейнерҙар майҙансыҡтарында ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн һауыттар алыштырыла. Тутығып бөткән тимер контейнерҙар урынына яңы өлгөләге һауыттар килә. Улар тәгәрмәсле, махсус машинаға сүп-сарҙы бушатҡан ваҡытта этеп алып барыу өсөн бик уңайлы. Шулай уҡ һауыттар ҡапҡаслы. Уҙған аҙнала «Эко-сити» алған контейнерҙарҙы урынлаштырыу менән «Салауат махсус автохужалыҡ» йәмғиәте мәшғүл, - ти ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Гөлназ Дәүләтшина.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: