Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель , 09:13

Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (11-17 апрель)

Йондоҙҙар ни юрай?
Йондоҙҙар ни юрай?

Йондоҙнамә (11-17 апрель)

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна нисектер сәйер килер. Өмөтһөҙ тип һаналған эштәр алға китер, ә етди проекттар, киреһенсә, һөҙөмтә бирмәҫ. Был көндәрҙә бер кемде лә тәнҡитләмәгеҙ. Шәмбе икенсе яртығыҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ ихтимал.
Буға (21.04 – 21.05)
Тәү урынға финанс мәсьәләләре сығыр. Был аҙнала күберәк аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр. Үтәй алмаҫтай вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Сәләмәтлегегеҙгә ҡарата айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Күберәк йоҡлағыҙ, ял итегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Эштәге хәлдәрҙе сит кешеләргә һөйләмәгеҙ. Был хеҙмәттәштәрегеҙ менән араларҙың боҙолоуына килтереүе ихтимал. Матурлыҡ салонына барығыҙ, прическағыҙҙы үҙгәртегеҙ. Балаларығыҙҙың тәртибе хафаланыу тыуҙырыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Яңы өлкәлә белем алыуға ынтылырһығыҙ. Яҡындарығыҙ ҡасандыр биргән вәғәҙәгеҙҙе үтәүегеҙҙе талап итер. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Һатып алған әйберегеҙ уңышлы булыр. Алыҫ юлға
сыҡмағыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эштә аҡсаға бәйлеаңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыр. Кәрәкмәгән ергә ҡыҫылмаһағыҙ, барыһы ла яҡшы тамамланыр. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәр көйләнер. Аҙна аҙағында туғандарығыҙ менән бәхәскә инмәгеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Дөйөм алғанда осор һәйбәт килер.Аҙна башында яҡшы хәбәр ишетеп ҡыуанырһығыҙ. Көтөлмәгән сығымдар тыуыр. Туҡланыуға иғтибар бирегеҙ, майлы, тоҙло ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ - йома.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Юридик бәхәстәрҙе еңел көйләйалырһығыҙ. Тантаналы саралар күп булыр. Һөйгәнегеҙ менән сәйәхәтегеҙ яҡшы уҙыр. Һаулығығыҙға ҡул һелтәп ҡарамағыҙ. Йәрәхәттәр алыуығыҙ, йоғошло ауырыуҙар эләктереүегеҙ ихтимал.
Саян (24.10 – 22.11)
Кемдер эштәге еңеүе, кемдер бизнестағы уңышы менән ғорурланыр. Аҡса мәсьәләһе борсомаҫ. Тик үҙегеҙҙә хәлһеҙлек, арыусанлыҡ тойоу кәйефегеҙҙе төшөрөр. Әҙерәк эшләп, күберәк ял итергә тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙ таныш булған кешеләрҙең шелтә-тәнҡиттәрен тыңламағыҙ. Улар һеҙҙән көнләшә генә. Яҡын дуҫтарығыҙ ниндәйҙер сюрприз эшләп шатландырыр. Һөйәгенегеҙ  хис-тойғоларын йәшермәҫ,тәҡдим дә яһауы бар.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эске һиҙемләүегеҙ күп кенәпроблемаларҙы уңышлы хәл итергә ярҙам итер. Фатирығыҙҙа мебель алыштырырһығыҙ. Диетаға ултырыу сәләмәтлегегеҙгә ыңғай йоғонто яһар. Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр юҡ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Хеҙмәт бурыстарын баш күтәрмәйенсә башҡарырға тура килер. Яңы романтик осрашыуҙар көтөлә. Балаларығыҙҙы уңыштары өсөн маҡтағыҙ. Кешеләргә изгелек эшләгеҙ - үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтыр. Ял көндәрендә сәйәхәткә юлланығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тирә-йүндәгеләрҙең, айырыуса яҡындарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Был осорҙа еңел алданыуығыҙ мөмкин. Кәрәкмәгән әйбер һатып алыуға аҡсағыҙҙы сарыф итмәгеҙ. Аҙна уртаһында башығыҙ ауыртып алыр.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в