газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2022, 17:40

Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк

Салауат ҡалаһы халҡы экологик өмәләргә әүҙем ҡушылды.

Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк
Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк

Салауат ҡалаһы халҡы экологик өмәләргә әүҙем ҡушылды. Ҡала хакимиәте, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡала урамдарында тәртип урынлаштырырҙы. Өмәләр төрлө участкаларҙа барҙы.
Ер ҡарҙан тулыһынса асылып бөттө тиерлек, әммә боҙ ҡатыш ҡар ҡатламдары ла юҡ түгел. Айырыуса ҡояш нурҙары аҙ төшкән урындарҙа улар оҙаҡ ирей. Шуға был көндө ҡар ырғытыу төп эш төрө булып торҙо.
- Бөгөнгө өмәлә предприятие, ойошмалар, ҡала хакимиәте вәкилдәре, мәктәпкәсә, дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Физкультура һәм спорт идаралығының 100-ҙән ашыу хеҙмәткәре Нефтселәр проспектында тәртип булдырҙы, улар барлығы - 100-ҙән ашыу кеше. Ҡарҙы ырғытыу уның тиҙерәк иреүенә булышлыҡ итә. Күренгән сүп-сарҙы ла алабыҙ. Ҡыш дауамында йыйылған бысраҡлыҡ ҡала урамдарын биҙәмәй, киреһенсә, йөҙөн боҙа ғына. Ошондай өмәләр менән ҡаланы матурыраҡ, таҙараҡ, йәмлерәк итергә тырышабыҙ, май байрамдарына әҙерләнәбеҙ, - ти ҡала хакимиәтенең баш белгесе Юрий Носенко.
«Вега» бассейны хеҙмәткәрҙәре Елена Неудачина, Эльвира Салзанова, Лүзә Сабитова ҡаланы тәртипкә килтереүгә үҙ өлөшөн индерә:
- Беҙҙең учреждениенан 10-ға яҡын кеше сыҡты. Бындай өмәләр коллективты берләштерә, шул уҡ ваҡытта файҙа ла килтерә. Ҡала урамдары таҙара, матурлана. Экологик сараларҙа даими ҡатнашабыҙ, был быйылға тәүгеһе. Кабинетта ултырғансы, саф һауала рәхәтләнеп эшләүең яҡшыраҡ, кәйефтәр ҙә күтәрелә. Быйылғы ҡыш ныҡ ҡарлы булды, иремәй ятҡан боҙ ҡатыш ҡар өйөмдәре байтаҡ, улар ныҡ тығыҙ. Ауырыраҡ инде, әммә бергәләп барыһын да булдырасаҡбыҙ. Ҡарҙы ырғытһаң, тиҙерәк ирей бит, - ти ҡыҙҙар.
Салауат Исхаҡов, Салауат ҡалаһы спорт мәктәбенең грек-рим көрәше буйынса тренеры:
- Өмәләр - ул таҙалыҡ, тәртип, яҡшы кәйеф байрамы. Беҙҙең коллектив ҡаланы таҙараҡ, матурыраҡ итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк. Саф һауала физик эш эшләүе үҙе бер йыуаныс. Ҡар өйөмдәре тығыҙ, ҡулға көс төшә, әлбиттә. Әммә берҙәмлектә - көс, тиҙәр, эшләгән кешегә эш ҡарышмай ул. Хеҙмәткәрҙәребеҙ бындай өмәләрҙә йыш ҡатнаша, - ти Салауат Хәмзә улы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: