Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель , 08:57

Моңло йырға тиң ғүмер

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны Рафаэль Сәлиховҡа 90 йәш тулған булыр ине.Ҡалабыҙ театрына 53 йыл ғүмерен, йәшлеген бағышлаған сәхнә әһеле Салауат өсөн генә түгел, ә тотош милли театр сәнғәте тарихында бер легенда булып тора.

Моңло йырға тиң ғүмер
Моңло йырға тиң ғүмер

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны Рафаэль Сәлиховҡа 90 йәш тулған булыр ине.Ҡалабыҙ театрына 53 йыл ғүмерен, йәшлеген бағышлаған сәхнә әһеле Салауат өсөн генә түгел, ә тотош милли театр сәнғәте тарихында бер легенда булып тора.

Рафаэль Сәлихов 1932 йылдың 11 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында донъяға килә. Бала сағы, үҫмер йылдары ҡәһәрле ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Нәҫелендә артистар булмаһа ла, Рафаэль Ғирфан улының театрға булған ҡыҙыҡһыныуы бәләкәйҙән килә. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ, гармун уйнай белеү сәбәпле, ауылдағы оло апайҙар уны тула баҫыу, ҡаҙ өмәләренә, аулаҡ өйҙәргә йөрөтә,  мәктәптә төрлө концерттарҙа, уҡытыусылар менән спектаклдәрҙә ҡатнаша, уға малайҙар ролен бирәләр. Етенсе класты тамамлағанда уны “артист” тип йөрөтәләр. Сәхнә кешеһе булыу теләге бала саҡ хыялы икәнлеге тураһында уның үҙенең хәтирәләре лә һөйләй:
- Беҙҙең ауылға йылына бер нисә тапҡыр Ауырғазы колхоз-совхоз театры килеп, йә концерт, йә спектакль күрһәтә. Театрҙың иң абруйлы кешеһе, директоры Ибраһим ағай Әхмәров ҡатыны Зәкиә апай менән беҙгә фатирға төшөрҙәр ине. Ә кисен уларҙың сығыштарын ҡарарға юлланам. Артистарҙың уйнағандарына, ролдәренә күҙ һалып, әллә ниндәй сихри доньяларға инеп китәһең. Шулай бер нисә мәртәбә килеп киткәндән
һуң, уйындарын отоп алып, шулар булып ҡыланырға әүәҫләнеп киттем. Был хаҡта сит кешеләргә әйтеү юҡ. Бер килгәндәрендә А.Мөбәрәковтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Бисәкәй” спектаклен күрһәттеләр. Зәкиә апай Шәрийә тигән кире ҡатынды уйнай, ә Әҙһәм Мифтахов тигән һуғыштан яраланып ҡайтҡан артист зәңгәр күҙле сибәр колхоз председателе ролендә. Уларҙың иҫте китерерлек итеп уйнауҙары хәтерҙә ҡалған. Бына
шуларҙы ҡарап, миңә артист “ене” ҡағылды ла инде. Ҡазандан һуҡырҙар бригадаһы ла килә ине, уларҙы ла үҙебеҙҙә фатирҙа ҡабул итәбеҙ. Баянсылары ниндәй генә көйҙәр уйнамай! Миндә лә гармун уйнау дәрте ҡуҙғалды. Атайымдарҙы көсләп, барлы-юҡлы, күпмелер бот картуфтарын һаттырып, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ямбай ағайҙың гармунын алдыҡ. Уйнай белмәһәм дә, дәрт көслө. Йәнһеҙ гармун телдәренән көй  сығарырға төндә мунсала яңғыҙым тырышып-тырмашып өйрәндем. Шунан оло апайҙар аулаҡ өйҙәргә саҡыра башланы. Ул ваҡытта телевидение, радио юҡ, тик ауыл советы бинаһында ғына ҡара тәрилкәле радио бар. Унан Өфөнән, Ҡазандан концерттар бирәләр. Шунда йырсы артистарҙың фамилияларын белә башланым. Гөлсөм Сөләймәнова, Зифа Басирова, Фәхри Насретдинов, Хәбир Ғәлимов, Әсмә Шайморатова һәм башҡа күп артистарҙың йырын ишетеп йырлап, өйрәнеп үҫтем. Йылдар аҡрынлап үтте, ә Ауырғазы театры бер ҙә иҫтән сыҡмай. Ауырғазы тигән һүҙ шундай матур яңғырай, моңло ла, дәрт тә бирә, хыялымды әллә ҡайҙарға алып китә. Ә артистар ниндәйҙер мөғжизәле, серле, елкендергес, изге кешеләр булып күренә. Үҙемде театр донъяһында күреү теләге мине Өфө театр-сәнғәт училищеһына алып килде.

Училищены тамамлағандан һуң, егетте, хыялында йөрөткән Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрәләр. Был театр 1956 йылда Салауат ҡалаһына күсерелә. Рафаэль Ғирфан улы ярты быуаттан ашыу ғүмерен ошо коллективҡа бағышлап, әллә күпме сағыу образдар ижад итә. Лирик-романтик пландағы актер, башлыса, төп ролдәрҙе башҡара. Быға уның моңло тауышы ла булышлыҡ иткәндер. «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Зәңгәр шәл»дәге Булат, «Аршин мал- алан»дағы Аскер, «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Закир һәм башҡа әллә күпме образдары менән тамашасы һөйөүен яулай. Тап ошо йүнәлештәге тырыш хеҙмәте уныалдынғы артистар  рәтенә сығара, танылыу яулата. Ижади һәләте һәм уңыштары өсөн Рафаэль Сәлиховҡа Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, «Почет билдәһе», «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, дипломдар һәм
Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 1986 йылда республика театр сәнғәте фестивалендә актер “Иң яҡшы ир-ат роле” номинацияһында билдәләнә, 1996 йылда “Иң яҡшы йыл актеры” тип таныла. 

Тамашасыларҙың, халыҡтың һөйөүенә күмелгән шәхесте коллегалары ла тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Наилә Сәфәрғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:

- Тыуған театрына 53 йыл тоғро хеҙмәт иткән Рафаэль ағайҙың тормошо матур бер йыр кеүек булды. Уның тураһында һөйләгәндә, һоҡланыуҙан башҡа һүҙ юҡ, һәр ваҡыт яратҡан, тоғро тамашасыларының көслө алҡыштарына күмелер ине. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, ул хеҙмәт эшмәкәрлеген Ауырғазы колхоз-совхоз театрында башлай. Йәш, талантлы актерҙың тәүҙе аҙымдары һуғыштан һуңғы йылдарға тура
килә. Гастролдәр, гастролдәр, һәр ваҡыт юлда уҙған ғүмер. Аслыҡтан, һыуыҡлыҡтан йонсоған халыҡтың рухын күтәрергә, яҡты киләсккә өмөт уятырға кәрәк ине. Тәгәрмәсле театр актерының еңелдән булмаған хеҙмәт “һурпаһын”төбөнә хәтлем эсеп бөттө ул. Уның менән бергә Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Көҙән башҡорто” спектаклендәге Зәки Вәлидиҙең тоғро дуҫы һәм көрәштәше Әбелҡадир Инан образы өҫтөндә эшләүебеҙ әле һаман күҙ алдымда. Ул яҡын дуҫын юғалтҡан, ҡайғынан бөгөлөп төшкән образда тамашасы алдына сығып, шым ғына, күңелдәргә инерлек итеп үҙенең монологын - башҡорттар тураһындағы
легенданы һөйләне.
Зөһрә Әминева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
- Рафаэль ағай менән бергә 40 йыл эшләнем. Уның тураһында һөйләй башлаһаң, көн дә, төн дә етмәҫ кеүек. Ул шул тиклем күп яҡлы шәхес ине. Ниндәй генә ролдәр башҡарманы. Тауышы моңло булғанғамы, күберәк
йырлы образдарҙы уйнаны. Боронғо башҡорт көйҙәрен һуҙып ебәргәндә бөтә донъяңды онотоп тыңлайһың. Байтаҡ спектаклдәрҙә бергә уйнауыбыҙ менән бәхетлемен. “Башмағым”да ул - Вафа, мин - уның ҡатыны,  “Әбейҙәргә ни етмәй?”ҙә ул - Абдулла, мин - Хәнә, “Зәңгәр юлдар”ҙа ул - Тәбрис, мин - Фаягөл. Ниндәй генә спектаклде алһаң да, һәр образды еренә еткереп башҡарҙы. Эшләй башлаған ваҡытта төплө кәңәштәрен
күп бирҙе. Ипләп кенә: “Зөһрә һылыу, ошолайыраҡ итеп эшләп ҡара әле. Нисегерәк булыр икән?” тип әйтер ине. Спектаклдән һуң мотлаҡ килеп арҡанан һөйҙө, яратты. Һәр актерға йылы һүҙ табып, бөйөк кимәлдә
уйнайһың, тип күңелен күтәрҙе. Ҙур рәхмәт уға, ярҙамын аҙ тойманым.Уға тиңләр башҡа актер ҙа юҡ һымаҡ. Холҡона килгәндә, баҫалҡы, йомшаҡ күңелле, ғаиләһендә хәстәрлекле атай, тоғро тормош иптәше булды. Хәләле Венера менән ғаиләлә бынамын тигән ике ул үҫтерҙеләр. Өлкәне Азамат Сәлихов әлеге көндә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры.Ололарға ололоҡло, кеселәргә кеселекле була белде. Уның  йылы кәңәштәренә әле лә мохтажбыҙ. Беҙҙе тәмле итеп бешергән ризыҡтары менән һыйлар ине: салатын да әҙерләй, ашын, бутҡаһын да бешерә, ҡыҫҡаһы,белмәгән нәмәһе, ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Яланға алып сығыпүләндәрҙе нисек йыйырға, уларҙың төрҙәре тураһында һөйләне, һепертке бәйләргә лә өйрәтте. Оло быуын артистары араһынан донъя көтөргә өйрәткәне Рафаэль ағай булды.
Гөлфирә Сәфиуллина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
- Уҡыуҙы тамамлап театрға эшкәкилгәндә Рафаэль ағайҙың гөрләтеп ижад иткән мәле ине. Уның менән бер нисә спектаклдә бергә уйнарға тура килде. Һәр ваҡыт тыныс ҡына үҙ ролен башҡарҙы, бер кем менән
дә конфликтҡа инмәне. Матур йырланы, тауышына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Гастролдәргә лә бергә сығырға насип булды. Уның бер“тылсымлы” сумкаһы бар ине, эсендә нимә генә юҡ. Рафаэль ағай, шул  әйберкәрәк ине тиһәң, мут ғына йылмайып, шаян һүҙен әйтеп, сумкаһын асып  ебәрер ине. Ул, ысын мәғәнәһендә, театрыбыҙҙың аҡһаҡалы булды.

Фәтих Ҡолһарин, Башҡортостандың халыҡ артисы:

- Миңә лә Рафаэль ағай менән бергәэшләү бәхете тейҙе. Тәртип яғынан ныҡ бөхтә була торғайны, бөтә нәмә үҙ урынында. Был һыҙатына гел һоҡланып ҡараным. Тыныслығы, баҫалҡылығы менән минең өсөн үрнәк булды.Рафаэль Ғирфан улы төрлө ролдәр башҡарыуы менән бәхетле булғандыр. Таланты төрлө яҡлы ине. Көслө, аһәңле тауышы менән башҡорт йырҙарын башҡарыуы хайран итер ине. “Райхан” йырын үҙенә генә хас, үҙенең генә моңо менән һуҙҙы. Рафаэль ағай тураһында тик изге, йылы хәтирәләр генә һаҡлана күңелдә.

Ошондай хәтирәләр ярты быуаттан ашыу өҙлөкһөҙ бер театрға хеҙмәт иткән актерҙың тамашасыларының,
халҡының һөйөүенә күмелгән,коллегалары араһында һөйөү ҡаҙанған шәхес булыуын иҫбатлай. Рафаэль Ғирфан улы Салауат театрын ғүмерлек мөхәббәтем, тип атаған. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Рафаэль
Сәлиховтың тынғыһыҙ ижад юлы сәнғәткә хеҙмәт итеүҙең, һөнәргә һәмтамашасыға тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө булып тора.

Фотолар театр архивынан алынды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в