Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель , 12:30

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ

Иртәгә, 8 апрелдә, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 7-гә тиклем Бөтә донъя Сәләмәтлек көнөнә арналған «Сәләмәтлеккә «Эйе» тип әйт!» акцияһы уҙа.

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ

Иртәгә, 8 апрелдә, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 7-гә тиклем Бөтә донъя Сәләмәтлек көнөнә арналған «Сәләмәтлеккә «Эйе» тип әйт!» акцияһы уҙа. Сараға килеп, диспансеризацияның тәүге этабы тураһында мәғлүмәт ала, ҡан баҫымын үлсәтә, яман шеш скринингына йүнәлтмә ала, ҡандағы кислород күләмен, кәүҙә ауырлығын, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарына скрининг үтә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы торошон белә алаһығыҙ. Табанды нисек дөрөҫ тәрбиәләргә лә өйрәтерҙәр. косметолог ауырыуҙарҙы профилактикалау, иммунитетты күтәреү тураһында һөйләр. Башҡа, биткә нисек массаж яһарға, нимә ул хиджама - быларҙың барыһына ла сараға килгәс төшөнөрһөгөҙ. Парикмахерҙарҙың кәңәштәре сәстәр менән ниңә проблемалар тыуыуын асыҡларға ярҙам итер, осланған сәстәрҙе бушлай киҫтереү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ профессиональ косметиканың презентацияһы уҙасаҡ.
Был көндө дөрөҫ туҡланыу тураһында ла күп мәғлүмәт алып булыр. Шәкәр диабеты менән сирләүселәр, матур буй-һынлы булырға теләүселәр өсөн биологик актив өҫтәлмәләрҙең дегустацияһы үткәрелә. Төрлө сорттағы һәм үлән сәйҙәре күңелегеҙгә хуш килер. Витаминдарға, минералдарға бай булған йәшел үҫемлектәрҙе тәмләп һәм һатып алыу мөмкинлеге тейәсәк. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в