Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель , 09:24

Йыуатҡан да, моңайтҡан да театр

Театр, театр... Сәнғәт донъяһын унан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Күңелдәрҙе сафландырыусы, йәшәүгә көс-дәрт, илһам биреүсе донъя ул.

Йыуатҡан да, моңайтҡан да театр
Йыуатҡан да, моңайтҡан да театр

Театр, театр... Сәнғәт донъяһын унан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Күңелдәрҙе сафландырыусы, йәшәүгә көс-дәрт, илһам биреүсе донъя ул.

27 мартта Халыҡ-ара Театр көнө билдәләнде. Был театр тормошона ҡағылышлы бөтә һөнәр эйәләренең: актерҙарҙың, режиссерҙарҙың, рәссамдарҙың, костюмерҙарҙың һәм башҡа бик күп театр хеҙмәткәрҙәренең байрамы ул. Был датаны тамашасылар ҙа билдәләй. Улар театрға тормош мәшәҡәттәренән әҙ генә булһа ла арынырға, күңел күтәренкелеге алырға килә. Ә актерҙар бының өсөн тырышып хеҙмәт итә. 26 мартта тамашасытағы Салауат драма театрына йыйылды. Был көндө театр коллективы Халыҡ-ара театр көнөнә арналған “Яҙмышым минең - театр” тип аталған матур театрлаштырылған тамаша әҙерләгәйне. Тамашасылар иғтибарына йөрәккә үтеп инерлек йырҙар, шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡурай моңдары тәҡдим ителде. Улар һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде, рәхәтләнеп, бирелеп сәнғәт донъяһында йөҙҙө. Театр директоры Айбулат Ҡотошов барыһын да байрам менән ҡотланы:
- Театр коллективын Халыҡ-ара театр көнө менән ҡотлайым. Ижади уңыштар, сағыу образдар, илһам, тамашасы һөйөүе, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Башҡортостан сәнғәтен донъя кимәленә танытырҙай образдар тыуҙырып, эшегеҙҙән йәм табып, ең һыҙғанып эшләргә яҙһын. Был көндө хөрмәтле, тоғро тамашасыларыбыҙ, һеҙгә лә ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙҙән башҡа бер генә театр ҙа йәшәй алмай, - тине ул.
Бәхетленең байрамы бергә тигәндәй, оҙаҡ йылдар ижади хеҙмәттәре һәм талантлы ролдәре менән республикабыҙҙың театр мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн Гөлфирә Сәфиуллина менән Нәүфилә  Яҡуповаға «Башҡортостандың халыҡ артисы», Мирас Йомағужинға «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исемдәре бирелеүе тураһында ҡыуаныслы яңылыҡ менән бүлеште театр коллективы сәнғәт һөйөүселәре менән.
Шулай уҡ Айбулат Ҡотошов ҡаланың бөтә мәҙәни сараларында актив ҡатнашҡандары өсөн театрҙың талантлы актеры Револь Ғималовҡа һәм йәш актриса Нәфисә Мәжитоваға ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһын һәм Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ә актриса Рәмзиә Мәҡсүтова оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, ҡаланың барлыҡ сараларында актив ҡатнашҡаны өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәре комитеты президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Гөлфирә Сәфиуллина:
- Салауат театрына 1995 йылда килгәйнем шул ваҡыттан бирле тыуған коллективыма тоғро хеҙмәт итәм. Теүәл ун йыл элек “Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы” исемен биргәйнеләр. Ул көндө әле лә хәтерләйем.
Тәүге награда күңелгә шул тиклем яҡын, ҡәҙерле. Эшемде баһалауҙары, күреүҙәре өсөн етәкселеккә, тамашасыларыма рәхмәтлемен. Маҡтаулы исемгә лайыҡ булыу дәртләндерә, артабан да үҫешеү өсөн көс бирә. Халыҡ артисы исемен алыу шатлыҡлы ла, әммә шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй.

Нәүфилә Яҡупова:
- Театрҙа эшләүемә быйыл 27 йыл була. 2008 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы” исемен алғайным. Ул ваҡытта Салауат районында гастролдә инек. Һөйөнсө алдылар. Тәүге награда айырыуса ҡәҙерле, күңелгә яҡын. Ул ваҡыттарҙа нисек шатланғаным, награданы нисек тапшырыуҙары әлегеләй күҙ алдымда. Артабанғы наградалар ҙа артистың үҫеш кимәлен иҫбатлай. Республика кимәлендә хеҙмәтеңдең баһаланыуы артист өсөн, әлбиттә, иң ҡәҙерле бүләк. Тамашасыларыңдың бәхетле һәм ҡәнәғәт йөҙөн күреү сәнғәт кешеләре өсөн ҙур баһа, шунан артабан ижад итеү өсөн яңы көс алабыҙ.

Мирас Йомағужин:
- Салауат театрында 15 йыл эшләйем. Был минең тәүге ҙур наградам. Әлбиттә, күңелдә аңлатып бөтә алмаҫлыҡ хис-тойғолар урғыла. Ҡыуаныслы хәбәрҙе телефондан шылтыратып һөйөнсөләнеләр, беҙ Өфөлә  гастролдә инек. Артист өсөн һәр награда ҡәҙерле. Хеҙмәтеңде юғары баһалауҙары артабан да ҡанатланып, дәртләнеберәк, маҡсатлы эшләүгә этәргес бирә.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в