+4 °С
Болотло
Салауат ҡалаһы Бөтә донъя Сәләмәтлек көнөнә ҡушыла. 7 апрелдә көндөҙгә сәғәт икелә ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында “Йәшәүгә 10000 аҙым” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы уҙа. Сара Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә 2015 йылдан уҙғарылып килә.
13.30-14.00 - ҡатнашыусыларҙың йыйылыуы. Сара башланыр алдынан инструктаж үткәрелә.
14.00 - сараны асыу.
14.10 - акцияға старт биреү.
15.00 - ҡатнашыусыларға иҫтәлекле сертификатттар тапшырыу.
Сертификат алыу өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ: http://greenego.ru/reg10k/.