Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 09:00

Батырлығы онотолмай

Диңгеҙ пехотаһы көнөндә 11-се мәктәптә Чечняла батырҙарса һәләк булған Андрей Бурцевҡа мемориаль таҡтаташ асылды.

Батырлығы онотолмай
Батырлығы онотолмай

Диңгеҙ пехотаһы көнөндә 11-се мәктәптә Чечняла батырҙарса һәләк булған Андрей Бурцевҡа мемориаль таҡтаташ асылды.Сара “Мәңгелек ут” мемориаль комплексы янында уҙғарылған митингтан башланды. Уны үткәреү урыны итеп был майҙансыҡ осраҡлы һайланмаған - хәрби диңгеҙ катеры бында асыҡ һауалағы тәүге экспонат. Йыйылыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды, “Мәңгелек ут”ҡа һәм иҫтәлекле стелаға сәскәләр һалды. Йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса әүҙем эше өсөн диңгеҙ пехотасыһы Александр Бабаянға “Хәрби берҙәмлек өсөн” миҙалын тапшырҙылар. Һуңынан йыйылыусылар диңгеҙ пехотаһы сафтарында хеҙмәт иткән, Чечняла һәләк булған, дан һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән Андрей Бурцев уҡыған 11-се урта мәктәпкә юлланды. Митинг мәктәп янында уҙҙы. Уны директор Светлана Свечникова алып барҙы. Сарала Сергей Данилов, Гүзәл Хөснуллина, Владислав Михайлов, Миҙхәт Заһитбаев, “Диңгеҙ пехотасыларының һәм һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре союзы” төбәк-ара йәмәғәт
ойошмаһы рәйесе Вячеслав Козлов ҡатнашты. Геройҙың әсәһе Людмила Александровна күҙ йәштәре аша улын онотмағандары, хәтерен мәңгеләштергәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Ниһайәт, иң тулҡынландырғыс мәл етте - мемориаль таҡтаташты астылар. Музей Вячеслав Козловтың тырышлығы менән булдырылған. Мәктәп музейына ул тельняшка, берет һәм диңгеҙ пехотаһы флагын, Балтик флотының 336-сы айырым гвардия бригадаһының иҫтәлекле билдәһен бүләк итте һәм музей тулыһынса яңыртыласаҡ, тине. Геройҙың әсәһенә Әсә көнө уңайынан сәскә гөлләмәһе тапшырҙы. Митингтан һуң йыйылыусылар мемориаль таҡтаташҡа
сәскәләр һалды һәм мәктәп музейында булдылар. 

Уның батырлығы тураһында 81282-се хәрби часть командиры Сергей Шейконың Андрейҙың ата-әсәһенә юллаған хаты һөйләй:
“Хөрмәтле Александр Иванович, Людмила Александровна, һеҙҙең улығыҙ Андрей ярты йыл хеҙмәт итеү осоронда үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте, алдына ҡуйылған бурыстарҙы өлгөлө итеп башҡарҙы. Хәрби эште намыҫлы өйрәнде, физик әҙерлеген даими камиллаштырҙы. Юғары күрһәткестәре өсөн бүлексә командиры итеп тәғәйенләнде. 1994- се йылдың декабрендә Чечняла килеп тыуған хәлгә бәйле, бригадала йыйылма десант-штурм батальоны ойошторола. 7 ғинуарҙа батальон Чечняға юллана. 14-енән Грозныйҙа законһыҙ бандит ойошмаларына ҡаршы алышҡа инәләр. 17-һенә ҡараған төндә Андрей хеҙмәт иткән ротаға Президент һарайы биләмәһендәге кварталда боевиктар тарафынан ҡамауға алынған бер нисә йортто азат итеү бурысы ҡуйыла. Боевиктар ныҡлы әҙерләнгән, һәр асыҡ участокта атыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы һағалап ҡына тора. Ә юғары биналарҙа снайперҙар ултыра. Был бурысты үтәүҙе гвардияның кесе сержанты Бурцев командованиеһы аҫтындағы төркөмгә йөкмәтәләр. Хәл-ваҡиғаларҙы баһалап, Андрей йөкләмәне үҙ өҫтөнә ала. Ул ышаныслы эш итә. Бына иң хәүефле участок. Тәғәйенләнгән урынға барып еттем генә тигәндә Андрейға снайпер ут аса. Беренсе пуля янынан үтеп китә, икенсеһе бронежилетҡа тейә һәм ситкә оса. Ә бына өсөнсө пуля уға эләгә. Ул уң яҡтан инеп, эсен ныҡ яралай. Ҡанын юғалтҡан һәм хәлһеҙләнгән Андрей взвод командирына батальон командиры ҡуйған хәрби бурысты ҡат-ҡат ныҡлап әйтә. Яра үлемесле була, госпиталгә алып барғанда юлда вафат була. 19 ғинуарҙың кисенә боевиктар юҡ ителә. Александр Иванович, Людмила Александровна, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Улығыҙ хәрби бурысын намыҫ менән башҡарҙы”.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: