Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2021, 17:28

Дауаханалар нисек эшләйәсәк?

12 июндә илебеҙ Рәсәй көнөн билдәләй.

12 июндә илебеҙ Рәсәй көнөн билдәләй. Байрам шәмбегә тура килгәнгә, ял көнө 14 июнгә күсерелә. Дауалау учреждениелары был көндәрҙә айырым график буйынса эшләйәсәк, тип хәбәр итәләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
12 һәм 14 июндә табиптар пациенттарҙы иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске бишкә тиклем ҡабул итә. Табипты өйгә саҡыртыу өсөн көндөҙгө дүрткә тиклем шылтыратырға кәрәк. 13 июнь - ял көнө. Ашығыс медицина ярҙамы, травматология пункттары һәм дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Дауаханаларҙа байрам көндәрендә ҡабул ителгән пациенттарға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн запас койкалар әҙерләнә.
Читайте нас: