газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2021, 11:40

Яңы ҡоролма ҡайтарылған

“һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу Салауат ҡала дауаханаһын йыһазландырыуға ярҙам итә. Ошо көдәрҙә беҙҙең ҡаланың медицина учреждениеһы МИКРОТОМ тигән яңы ҡоролма алған.

“һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу Салауат ҡала дауаханаһын йыһазландырыуға ярҙам итә. Ошо көдәрҙә беҙҙең ҡаланың медицина учреждениеһы МИКРОТОМ тигән яңы ҡоролма алған.
- Аппарат микроскоп аҫтында тикшереү өсөн биологик туҡыманы киҫеп алыуға әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән. Уны операция ваҡытында йәки пациенттан диагностика маҡсатында махсус инструменттар ярҙамында (биопсия) гистология лабораторияна тикшереү өсөн материал алғанда уңышлы ҡулланалар, - тип аңлатма бирәләр ҡала дауаханаһының матбуғат хеҙмәтенән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты 2024 йылға тиклем эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеүҙе, медицина учреждениеларында кадрҙар ҡытлығын бөтөрөүҙе, йылына бер тапҡыр булһа ла граждандарға профилактик тикшереүҙе уҙғарыуҙы күҙ уңында тота.
Читайте нас: