“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, 5 июндә Салауат ҡалаһында йәшәгән 28 йәшлек ир Федоровка районының Бала-Сытырман - Михайловка юлында “ВАЗ-2115” автомобиле менән юлдан ситкә сығып оса һәм түңкәрелә. Ирҙең водитель танытмаһы булмауы билдәле.
Авария һөҙөмтәһендә биш кеше бәләгә тарый, бер йәштән 11 йәшкә тиклемге дүрт бала һәм водителдең 25 йәшлек ҡатыны төрлө йәрәхәттәр ала.
“Хәҙерге ваҡытта өс баланы санитар авиация ярҙамында Республика балалар клиник дауаханаһына эвакуацияланылар.Уларҙың хәле ауыр. Аварияға эләккән ҡатын һәм бер бала урындағы үҙәк район дауаханаһына килтерелгән, уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта. Бәләгә тарығандарға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә", - тиелә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүендә.
("Башҡортостан" гәзите сайтынан).