Ял көндәрендә Федоровка районында булған юл-транспорт фажиғәһе тураһында күптәр ишеткәндер.
Авария райондың Батыр ауылынан алыҫ түгел урында була. “ВАЗ-2115” машинаһындағылар күрше ауылға магазинға тип китеп барған. Руль артында - 28 йәшлек ир-егет. Машина эсендә уның ҡатыны һәм дүрт бала (икәүһе - үҙҙәренеке, икәүһе - туғандарыныҡы) ултырған. Ә балалар өсөн махсус кресло берәү генә булған. Машина юлдан ситтәге соҡорға оса һәм бер нисә тапҡыр әйләнә. Ирҙең водитель танытмаһы булмауы асыҡлана. Әммә ул, аварияла икенсе машина водителе ғәйепле, ти.
"Беҙ ҡырсын түшәлгән юлдан китеп бара инек. Ҡаршыға икенсе автомобиль килеп сыҡты. Уға бәрелмәҫ өсөн ситкә сыҡтым һәм идараны юғалттым. Теге водитель артабан китеп барҙы, аварияны күрмәне лә. Мин айыҡ инем", - тигән водитель, рәсми сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә.
Машинаның ауғанын күргән кешеләр шунда уҡ ярҙамға ташлана һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Водителдең ҡатыны һәм уларҙың бер йәшлек балаһы әллә ни зыян күрмәй. Ә ҡалған өс баланың хәле ауыр. Уларҙы санавиация вертолеты менән Өфөгә Республика клиник балалар дауаханаһына ебәрәләр. Балаларҙы дауалауҙы илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко шәхси контроленә алды.
Тәфтиш комитетында иһә водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.