газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 16:22

Баш ҡалаға мауыҡтырғыс сәфәр

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Арт-Ҡоролтай. Балалар 0+” мәҙәни форумы уҙҙы.

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Арт-Ҡоролтай. Балалар 0+” мәҙәни форумы уҙҙы.Форумда “Минең кино”, “Медиабум”, “Телесфера”, “Мин - актер” тигән һәм башҡа майҙансыҡтар эшләне. Унда балалар үҙҙәрен һынап ҡараны, оҫталыҡ дәрестәре алды, теләүселәр үҙ һорауҙарын бирҙе. Бер майҙансыҡта кескәй оҫталар төрлө зоналары һәм объекттары менән ҡаласыҡ макетын төҙөһә, икенсеһендә балалар үҙҙәрен актерлыҡ сәнғәтендә, режиссура өлкәһендә һынаны, йәнһүрәттәрҙең нисек ижад ителеүенә шаһит булды, бейеүгә ғашиҡ булғандар бер майҙанға йыйылды. Пленар ултырышта иһә балалар эксперттар булараҡ йәнле фекер алышты, төрлө темаларға арналған ижади проекттарын тәҡдим итте. “Төньяҡ сағылыш” балалар һүрәттәре асыҡ республика конкурсы еңеүселәре лә бүләкләнде. Конгресс-холл фойеһында балалар сәнғәт мәктәптәренең күргәҙмә-презентацияһы үтте. Балалар “Арт-ҡоролтай”ҙа тыуған республикабыҙҙың мәҙәни үҫеше буйынса үҙҙәренең ҡыйыу идеяларын әйтеп бирә алды.
Был сараға ҡалабыҙҙың “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре лә саҡырылды.
- Беҙ Ольга Ширенованың “Беготня вокруг коня” спектаклен күрһәттек. Барыһы ла форумдан ҡәнәғәт ҡалды. Бындай осрашыуҙар бик кәрәк, балалар бер-береһе менән аралаша, үҙҙәрен күрһәтә. Арлекиндар ҙа үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алып, ҡайтты саранан, - ти студия етәксеһе Радик Ғәлиуллин.
Читайте нас: