газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 08:55

Илһөйәрлек йәштәрҙе рухлы итә

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһының белем биреү учреждениелары араһында сафта йөрөү һәм йыр смотры уҙҙы. Ул йола буйынса йыл да ойошторла, тик былтыр ғына пандемия арҡаһында булманы.

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһының белем биреү учреждениелары араһында сафта йөрөү һәм йыр смотры уҙҙы. Ул йола буйынса йыл да ойошторла, тик былтыр ғына пандемия арҡаһында булманы.
Быйылғы сара Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналды. Ул Октябрҙең 50 йыллығы стадионында «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең бағымсылыҡ ярҙамы менән уҙҙы. Смотрҙа ҡаланың барлыҡ мәктәптәре, гимназиялары һәм лицейҙары тиерлек ҡатнашты.
Ғәҙәттәгесә смотрҙы өлгөлө сығыштары 2-се кадет мәктәбе асты. Һуңынан хәрби йырҙар яңғыраны. Быйыл иң популяр йыр “Катюша” булды, уны бер нисә взвод һайлағайны. Командаларҙың сығыштарын мәғариф хеҙмәткәрҙәре генә түгел, Салауат ҡала комиссириаты урынбаҫары, шулай уҡ хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар баһаланы. Улар егет һәм ҡыҙҙарҙың рапорт биреү, доклад, сәләмләү, урында боролоу, яңынан теҙелеү, тантаналы марш һәм йырлап үтеү кеүек категориялар буйынса ҡараны.
Сафта йөрөү һәм йыр смотрында ҡатнашыусыларҙың тышҡы ҡиәфәтенә лә ҙур иғтибар бирелә. Ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, 22-се мәктәп камуфляж форманы һайлаһа, күптәр аҡ күлдәк кейеүгә өҫтөнлөк биргән, 2-се гимназия уҡыусылары Рәсәй флагы төҫтәрендә пилотка кейгән, 23-сө мәктәп командаһы ошондай уҡ төҫтәрҙә галстук таҡҡан. Смотрҙа гүзәл заттарҙан ғына торған взвод да ҡатнашты, 18-се мәктәп ҡыҙҙарынан торған команда егеттәр араһында юғалып ҡалманы.
17-се мәктәп моряктар взоды булараҡ сығыш яһай.
- Беҙбыл сараға етди әҙерләндек һәм лайыҡлы сығыш яһағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Сафта йөрөү смотры ветерандарға бүләк, һуғыш тураһында иҫтәлек һәм уны быуындан-быуынға тапшырып килергә кәрәк. Беҙҙең егеттәр татыу, шуға күрә әҙерлектә әллә ни проблемалар тыуманы, - ти команданың хәрби командиры Дмитрий Ҡотлогилдин.
Шулай итеп, өсөнсө урын 23-сө мәктәпкә, икенсе урын 1-се гимназияға, беренсе урын 22-се мәктәпкә бирелә. Гран-приға 2-се кадет мәктәбе лайыҡ була.
Ҡала хакимиәте эштәре менән идара итеүсе Семен Евграфов бындай смотрҙар һис һүҙһеҙ киләсәк быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнайуын билдәләләп китте.
Читайте нас: