Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 13:29

Хәүефһеҙлекте тәьмин итә

Май башында Салауат ҡалаһының муниципаль янғын һағына “Берег 480” яңы аэрокәмә ҡайтарылды.

Май башында Салауат ҡалаһының муниципаль янғын һағына “Берег 480” яңы аэрокәмә ҡайтарылды. Уны миҙгелдең теләһә ниндәй ваҡытында ла файҙаланырға була. Хәҙер ҡотҡарыусылар ылымыҡтар һәм үлән баҫҡан һыу биләмәһендә бер ҡаршылыҡһыҙ патруллек итә, кәрәк булғанда хатта эҙләнеү эштәре лә алып бара ала.
- “Берег 480” аэрокәмәһе һыуҙа ла, боҙ өҫтөндә лә хәрәкәт итә ала. Уның үҙенсәлеге тап шунда ла инде, - тип хәбәр итә муниципаль янғын һағы начальнигы Виктор Суханов.
Аэрокәмә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Мироновтың ярҙамы менән алынған. Яңы техника ҡотҡарыусыларға ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй башлыҡ.
“Берег 480” ПВХ-туҡыманан әҙерләнгән өрөп тултырмалы кәмәнән һәм аэроҡоролманан тора. Уның төбө ҡар, боҙ, таш үтеп инмәһен өсөн ныҡлы эшләнелгән. Судноның йәйге ваҡыттағы иң ҙур тиҙлеге - сәғәтенә 55 километр, ҡышын - 90 километрға тиклем.
Читайте нас: