Сарала Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһынан 3 олимпиада еңеүсеһе, 2 призер, 21-се мәктәптән 1 еңеүсе, 1 призер, 2-се гимназиянан 3 призер, 1-се лицейҙан 1 призер һәм уларҙың уҡытыусылары лайыҡлы наградалар менән бүләкләнде. Олимпиада һөҙөмтәлерә буйынса 1-се гимназия (директоры Лариса Давыдова) Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәптәре иҫәбенә инә.
Тантана артистарҙың сағыу сығыштары менән үрелеп бара.
Һәләтле балаларҙы абруйлы ҡунаҡтар ҡотлай, шулай уҡ космонавтарҙы әҙерләү үҙәгенән “Роскосмос” космонавтары малай һәм ҡыҙҙарға өлгәшеләгән уңыштары менән генә туҡталып ҡалмай, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулауҙарны теләй.