газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 11:45

Мәҙәниәт һәм ял паркы ябыла. Ни өсөн?

14 майҙа бер көнгә Салауат ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркы ябылып тора.

14 майҙа бер көнгә Салауат ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркы ябылып тора. Сәбәбе - йәмәғәт ял итеү урынын таппандарҙан һәм серекәйҙәрҙән эшкәртеү.
“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Башҡортостандың медицина ойошмаларына талпандан тешләнгән 800 кеше мөрәжәғәт иткән. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һөйләшеү булды. Мәғлүмәттәр менән идаралыҡ етәксеһе Анна Казак таныштырҙы. «Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә шул асыҡланды: талпандарҙың 0,8 проценты - вируслы энцефалит, 17,8 проценты боррелиоз менән зарарлы. Боррелиоз буйынса күрһәтекестәр республикала йылдан-йыл арта», – тине ул.Анна Казак белдереүенсә, әле Башҡортостанда талпан энцефалиты менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән.
Читайте нас: