- Үҙемдең ҡатын-ҡыҙ коллегаларымды һәм ҡаланың барлыҡ гүзәл заттарын яҙҙың тәүге байрамы – 8 Март менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы, улар балалар ҙа тәрбиәләй, йортон да ҡарай, эштә лә карьера яһай. Уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө әсә хистәре лә һыйған.
Былтыр башланған коронавирус пандемияһы табип һөнәренең ни тиклем кәрәкле булыуын иҫбат итте. Табиптар, ғаиләләрен икенсе планға күсереп, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, сирлеләрҙең ғүмере өсөн көрәште. Алдағы тормошоғоҙҙа тик яҡты көндәр генә көтөп торһон. Тормошоғоҙ яҡшылыҡ, мөхәббәт, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы һәм иғтибары менән тулып, йөҙҙәрегеҙ йылмайыуҙан яҡтырып, гел нурҙар сәсһен ине! Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын ине! Байрам менән, гүзәл заттар!