Кисә, 4 мартта, Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөн алдынан ҡаланың картиналар галереяһында “Яҙ ҡанаттары” тип аталған сара уҙҙы.Байрамда ҡатнашыусылар ҡул эштәре күргәҙмәһе, handmade йәрминкәһе, ижади презентация менән таныша алды. Иң мөһиме, иҫ киткес дефиле ойошторолдо. Кисә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте.