газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 11:00

Милли проекттар иҫәбенә ремонт башҡарыла

Республикала милли проекттар ярҙамында күп эштәр башҡарыла.

Республикала милли проекттар ярҙамында күп эштәр башҡарыла. Әйтәйек, "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә һәм урындағы бюджеттан Бәләбәй районы Приютово ҡасабаһында 2021 йылда 2-се балалар сәнғәт мәктәбенә капремонт эшләнәсәк. 38 миллиондан ашыу суммаға бинала күп эштәр башҡарыласаҡ: бөтә тәҙрәләр алыштырыласаҡ, түбә, фасад ремонтланасаҡ һ.б.
Учреждение директоры әйтеүенсә, балалар сәнғәт мәктәбе 1962 йылда асылған һәм уның бай тарихы бар. 1959 йылда төҙөлгән мәктәп бинаһына шул ваҡыттан бирле бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Был уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн әһәмиәтле ваҡиға буласаҡ.
#Миллипроекттар
Фото: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан алынды.
Читайте нас